Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 12:45

Һалым хеҙмәте һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре осрашты

Матбуғат саралары менән “дуҫлыҡ күпере” нығытыла.

Һалым хеҙмәте һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре осрашты
Һалым хеҙмәте һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре осрашты

Башҡортостан буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығы етәксеһе Андрей Агапов ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен барлау ултырышына республиканың төп матбуғат саралары етәкселәрен саҡырҙы.  

Киң мәғлүмәт саралары менән һөҙөмтәле эш итеү, мәғлүмәт кампанияһын алып барыу тураһында ентекле һөйләшеү булды. Көндәлек тормошта һәр кеше һалым мәсьәләләре менән осраша. Мәғлүмәт саралары һалым түләүселәргә был өлкәләге барлыҡ яңылыҡтарҙы аңлатып бара. Был эште ябайлаштырыу һәм рәсми тел менән яҙылған яңылыҡтарҙы халыҡҡа аңлайышлы итеп биреү кәрәклеге тураһында белгестәр фекер алышты һәм алтын урталыҡты табыу кәрәклеген билдәләне.

Республика райондарындағы һалым хеҙмәттәре етәкселәре алдында республиканың Киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, «Башҡортостан» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов, башҡа эксперттар сығыш яһаны. Киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү тураһында әңгәмә диалог рәүешендә үтте, һәр ҡатнашыусы сығыш яһаусыларға һорауҙар бирҙе, үҙ тәҡдимдәрен әйтте.

Федераль хеҙмәттәр вәкилдәре менән аралашыуҙың был форматы һөҙөмтә бирер, киләсәктә киң мәғлүмәт сараларында дәүләттең һалым сәйәсәтен яҡтыртыу тағы ла һөҙөмтәлерәк һәм емешлерәк булыр тип һығымта яһаны сарала ҡатнашыусылар.

Фото: Лилиә Нуретдинова.

Һалым хеҙмәте һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре осрашты
Һалым хеҙмәте һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре осрашты
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: