

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы матур йөкмәткеле яҙма менән уртаҡлашты.
“Бөгөн, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, бөтә иғтибарыбыҙ – иң яҡындарыбыҙға.
Илебеҙ һәр саҡ ғаилә традициялары менән ныҡлы булды, улар сәләмәт йәмғиәттең һәм көслө дәүләттең нигеҙе булып хеҙмәт итә.
Күңел бөтөнлөгө, бөтә ауырлыҡтарҙы бергә еңеп сығырға әҙер булған ғаилә – ул кеше өсөн ныҡлы таяныс һәм терәк. Ғаиләлә беҙ иң мөһим ҡиммәттәргә – мөхәббәткә, яуаплылыҡҡа, ғәфү итергә һәм бер-береңә ихтирам күрһәтергә өйрәнәбеҙ. Был сифаттар минең ғаиләмдә бала саҡтан аңыма һеңдерелде һәм улар бөгөн дә минең менән. Атайым менән әсәйем һәр ваҡыт минең өсөн өлгө һәм ҡеүәт булды. Тап уларҙың ярҙамы, ышанысы уңыштарымдың нигеҙе булып тора.
Башҡортостанда ғаиләләргә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Бала тыуғанда матди ярҙам саралары ҡаралған, өс йәштән 17 йәшкәсә балаларға түләүҙәр булдырылған, йәш һәм күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итәбеҙ, декреттағы әсәләргә эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтәбеҙ, инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр, яңғыҙ әсәләр өсөн өҫтәмә ярҙам саралары бар.
Күп балалы, тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә күңел йомартлығы, фиҙакәр хеҙмәте, сабырлығы, хәстәрлеге өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ә йәш ғаиләләргә ысын күңелдән ғаилә йолаларын һаҡларға, нығытырға, балаларын – беҙҙең киләсәгебеҙҙе лайыҡлы үҫтереүҙәрен, тәрбиәләүҙәрен теләйем.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм бәхет!", - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/agnazarov