Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 18:16

“Арыһы ла, биреһе лә бар ҡәйнәмдең...”

TakProsto.cc
Фото:TakProsto.cc

Миләүшә кисә ире менән һүҙгә килешеп, төнө буйы йоҡлай алмай борсолоп сыҡты.  Ниңәлер һуңғы ваҡытта “борсаҡтары бешмәй”, эләгешеп кенә баралар. “Кейәүгә иртә сыҡмаҫҡа кәрәк ине, 18 йәштә нимә уйлап тормош ҡорорға булғанмыңдыр инде”, – тип ҡайһы саҡ үҙен тәнҡитләп алғаны ла бар ҡатындың.

Тәүге ике йыл нисек күңелле ине,  бәхетле ғашиҡтар тирә-яҡтағы  етешһеҙлектәрҙе лә, ауырлыҡ­тарҙы ла, көнкүреш проблемаларын да тойманы.  Тик аҡрынлап шатлыҡлы көндәрҙең аҙайыуын, бер-береһе менән ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһоноң көсәйеүен кисерҙеләр.

Миләүшә йыш ҡына  иренең эш хаҡы аҙлығына дәғүә белдерһә, Кәрим ҡатынын күлдәк тә үтекләй белмәүендә ғәйепләргә тырышты.  Әрләшергә сәбәп кәрәкме ни, бер уйланмай әйтелгән һүҙҙән өйҙә дауыл сығыуы ла ихтимал. Һуңғы ваҡытта иренең һәр үткән-һүткән кешенән көнләшеүе  ҡатынды сығырынан-сығарҙы.  “Бер ниндәй сәбәпһеҙ нисек көнләшеп, йән үртәмәк кәрәк? Юрамал ҡылана, ахыры, был “сире” тиҙерәк үтһә ярар ине”, – тип теләне Миләүшә.

Әмәлгә ҡалғандай, эштән ҡайтышлай парк аша үткәндә бер нисә йыл күрешмәгән класташы Маратты осратып, хәл-әхүәл һорашып, эскәмйәлә  бер аҙ улты­рырға тура килде.  Өйләнгән, яңы ғына  улы  тыуған бәхетле атайҙың йөҙө шатлыҡтан балҡый... Миләү­шә лә сер бирмәҫкә, ире менән  һыуына барған мөнәсәбәттәрен  белдермәҫкә тырышты.  Класташы менән йылы ғына хушлашып, ҡайтыр  яҡҡа боролғанда,  ҡаршы­һына ярһыуы йөҙөнә сыҡҡан Кәримдең килеп баҫҡанын күреп,  йәш ҡатын быуындары хәлһеҙлә­неүен тойҙо. “Марат менән һөйләшеп торғанды күҙәтеп торған инде, нисек уға туҡмаҡ эләкмәне? Юҡ, аҡланмайым был юлы”, – Миләүшә үҙен ҡулға алырға, иренең екеренеүенә иғтибар итмәҫкә тырышты.

Ҡайтыу менән сумаҙанына иң кәрәкле әйберҙәрен һалып,   бер ниндәй ҡаршылыҡ күрһәтмәй, бәхәскә инмәй өйҙән сығып китергә йыйынған  ҡатынының ҡылығы ирҙе аптыратты, әлбиттә.  Ярай әле, көтмәгәндә килеп ингән Бибиса апай ғаиләләге көсөргәнеште бер аҙ йомшартты. Киленен ҡыҙындай күреп яратмаһа ла, улын да көйһөҙлөктәре өсөн аялап бармай ул. Ғаиләләге мөхиттең мөшкөл икәнен күргән һиҙгер күңелле ҡәйнә был юлы ла аптырап ҡалманы, “Миләүшә,  ҡайҙа йыйындың кискә табан?” тип һорауы булды, шарт­ларға етешкән Кәрим, бер тынала ҡатынын хыянатта ғәйепләп, серҙе систе. “Бәй, килен, минең  кисә әйткән йомошто йомошлап та өлгөрҙөңмө ни? Марат аша әсәһенә теге иҫтәлекле фотоларҙы ебәрергә вәғәҙәләгәйнем бит. Ярай, шәп булған, әтеү ул йылғыр егет, атаһына оҡшап, Себеренә йәһәт кенә ҡайтып та китер...” – тип һүҙҙе бөтөнләй башҡа яҡҡа  бороп алып китте ҡәйнәһе. “Ә һин һәр осраған бер бағананан көнләшеп, ҡаты­ныңды ыҙалатма”, – тип улына ла бармаҡ янарға онотманы.

Барыһы ла, иркен һулыш алып, бер мәлгә тын ҡалды. Кәрим, үҙенең тиҙ генә тоҡанып бары­уының яҡшылыҡҡа килтермәгәнен  аңлап, үҙен ғәйепле тойҙо.   Килен кеше аш бүлмәһенә сәй ҡуйырға сыға һалды.  Ҡәйнәһе менән генә ҡалғас, Миләүшә оялып ҡына уны яҡлап һүҙ әйткәненә рәхмәт белдерҙе. “Марат менән беҙҙең арала бер ни ҙә юҡ, осраҡлы ғына күрештек...” – тип баҙнатһыҙ ғына аҡланды. “Беләм”, – тине Бибиса апай ҡоро ғына. “Һинме ни инде уйнаҡлап ир-атты ҡаратыр ҡатын? Һөйәркә сыҡмай һинән”, – тип эстән генә уйланы үҙе.

– Тағы ла бер сереңде беләм. Миңә кемде көтөргә, кемде алып ҡайтырға йыйынаһығыҙ – ейәнме, ейәнсәрме? – Ҡәйнәһенең был  көтөлмәгән һорауы Миләүшәне шаҡ ҡатырҙы,  хәбәре һис ышандырманы. “Һин “күпте күргән күн ҡатаны”, йәғни ҡәйнәңде тишек шоманға ултырта алмаҫһың, – тип көлдө Бибиса апай. – Эй, балаҡай, тормош күрмәгәнһең шул, бер ҡалаҡтай ҙа тәжрибәң юҡ. Хәҙер сәбәпһеҙ-ниһеҙ битәрләшеп ултырырға ваҡытығыҙ булмаҫ, һеҙҙе ысын ғаилә тормошо көтә...”

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: