Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 12:30

Ауырлы ҡатынға күпме аҡса түләнә?

Һорауҙарығыҙ булһа, түбәндәге ысулдар менән Рәсәй Пенсия фонды белгестәренә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Ауырлы ҡатынға күпме аҡса түләнә?
Ауырлы ҡатынға күпме аҡса түләнә?

Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеға түбәндә күрһәтелгән ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡлы:

– ғаиләлә бер кешенең айлыҡ килеме йән башына йәшәү минимумынан кәмерәк булһа, йөклөлөктөң тәүге 12 аҙнаһында медицина ойошмаһына иҫәпкә торғандар. Был пособие мохтажлыҡты комплекслы баһалау йомғаҡтары буйынса тәғәйенләнә. Пособие күләме - айына 6600 һум. Был ярҙамды Рәсәй Пенсия фонды күрһәтә;

– хеҙмәт килешеүе буйынса эшләгәндәр;

– көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар һәм контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр;

– эшһеҙ тип таныған көн алдынан 12 ай эсендә ойошманы бөтөрөүгә бәйле эшенән бушатылғандар;

– хәрби хеҙмәт үтеүселәр;

– 0-3 айлыҡ баланы (балаларҙы) уллыҡҡа алғандар.

Әгәр ҡатын эшләмәһә, әммә көндөҙгө бүлектә уҡыһа, ул стипендия күләмендә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие аласаҡ. Әгәр ҡатынды ойошма ябылыу сәбәпле йөклөлөк осоронда эштән бушатһалар, пособиены Рәсәй Пенсия фонды түләй.

Һорауҙарығыҙ булһа, түбәндәге ысулдар менән Рәсәй Пенсия фонды белгестәренә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ:

  Башҡортостандағы контакт-үҙәк номеры буйынса: 8 (800) 600-02-21
  Рәсәй Пенсия фондының берҙәм контакт үҙәге номеры буйынса: 8 (800) 600-00-00
  Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһындағы клиенттар хеҙмәттәренә - адрестар һәм бәйләнештәр ошонда: https://pfr.gov.ru/branches/bashkortostan/info/~0/7032
  күрһәтелгән һылтанма буйынса Пенсия фондының онлайн-ҡабул итеү бүлмәһенә: https://es.pfrf.ru/appeal.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: