Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 20:45

“Бөрө халҡына был поликлиника бик кәрәк”

Радий Хәбиров Бөрөлге яңы поликлиникаға ҡағылышлы яҙма ҡалдырҙы.

“Бөрө халҡына был поликлиника бик кәрәк”
“Бөрө халҡына был поликлиника бик кәрәк”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Бөрөлге яңы поликлиникаға ҡағылышлы яҙма ҡалдырҙы.

“Бөгөн миңә датаны 1 сентябрь тип ярайһы уҡ ҡәтғи билдәләргә тура килде. Бөрөләге ошо шәп, заманса поликлиниканы тап 1 сентябрҙә асыуға иҫәп тотам.

Бында барыһы ла әҙер, әммә ҡорамалдарҙың оҙаҡ килеүе һәм лицензия алыуҙың оҙаҡҡа һуҙылыуына бәйле поликлиника әлегә пациенттарҙы ҡабул итмәй. Сәбәптәр объектив, әммә хәлде яйға һалырға кәрәк.

Ә поликлиника бик һәйбәт, уны тиҙ арала сифатлы итеп төҙөнөләр. Бында өлкәндәр, балалар бүлексәләре бар. Улар сменаһына 200-гә тиклем баланы һәм  400-гә яҡын өлкән кешене ҡабул итәсәк. Бөрө районы халҡына был поликлиника бик кәрәк”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/wall413272232_840329

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_840329

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: