Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 19:45

Бер төркөм табиптар Луганскиға юлланды

Өсөнсө бригада халыҡтың белгестәргә ихтыяжынан сығып төҙөлдө.

Бер төркөм табиптар Луганскиға юлланды
Бер төркөм табиптар Луганскиға юлланды

Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүгә ихтыяж тыуғас, республикабыҙ булышлыҡ итеү теләген белдерҙе. Унда әлегә тиклем медицина хеҙмәткәрҙәренең ике бригадаһы эшләне лә инде.

– Бөгөн беҙ өсөнсө бригаданы оҙатабыҙ, унда бөтәһе 50-нән ашыу белгес эшләне, бөгөн йәнә 14 табип юллана. Икенсе бригаданан медицина хеҙмәткәрҙәренең бер өлөшө тағы ла бер сменаға ҡалырға теләк белдерҙе. 20 табип Красный Луч халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүен дауам итәсәк, – тине министрҙың беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова.

Бөгөн Донбассҡа оҙатылған 13 гуманитар ылау менән бергә республиканың 14 медицина хеҙмәткәре юлланды, улар иҫәбендә – фельдшерҙар, табип-травматолог, невролог, кардиолог, диагностика буйынса белгестәр һәм башҡалар.

– Беҙҙең табиптар ҡала халҡына медицина ярҙамы кәрәклеген яҡшы аңлай  – тип һүҙен дауам итте Гөлнара Зиннурова. – Өсөнсө бригада халыҡтың белгестәргә ихтыяжынан сығып төҙөлдө. Луганск Республикаһы халҡына сәләмәтлек һәм сәскә атыу теләйем.

Фото: республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: