Был матур видеояҙманың геройҙары – Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған ауылында йәшәгән Вәхитовтар ғаиләһе.
Наилә һәм Илдус Вәхитовтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Ғаилә башлығы Илдус Тимерхан улы – хәрби хәрәкәттәр ветераны, Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән яугир. Наилә Нурислам ҡыҙы – хореограф, “Толпар” өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе. Ҡыҙҙары Эльвина ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында йәшәй, атай менән әсәйгә ейән бүләк итеп ҡыуандырған. Вәхитовтарҙың улдары Эльмир менән Эмиль әсәй юлынан киткән: өлкәне “Миләш” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә етәкселек итә, бәләкәйе Эмиль күптән түгел педагог-хореограф дипломын алған һәм ошо көндәрҙә әрме хеҙмәтенә юлланған.
Ә был видеояҙманы Вәхитовтар бынан ике йыл элек тап ошо байрам – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан төшөргән була.
Ижади, берҙәм Вәхитовтар ғаиләһенә бәхетле, мөхәббәтле ғүмер, ә улдары Эмилгә тыныс, имен хеҙмәт теләйбеҙ!
Фото һәм видео: vk.com/nailyavakhitova