Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 18:45

Өфө ҡыҙы – “Донъяның йәш һылыуҡайы”

Ошо көндәрҙә мода донъяһы Пьер Кардендың тыуыуына 100 йыл тулыуын билдәләне. Мәскәүҙә XX быуаттың бөйөк модельеры иҫтәлегенә арнап World Beaty матурлыҡ конкурсы үткәрелгән.

Бәйгелә Өфөнән 10 йәшлек Регина Хужина “Донъяның йәш һылыуҡайы” титулына һәм Пьер Кардендың алтын миҙалына лайыҡ булды. Был миҙалды донъя модаһы һәм матурлығы өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн тапшыралар. Ваҡытында модельерҙар Вячеслав Зайцев, Александр Васильев, Рәсәйҙең халыҡ артисы Бедрос Киркоров кеүек танылған шәхестәр ошондай миҙалға эйә булған.

Яҡташыбыҙ Регина Хужина баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында белем ала. Шул уҡ ваҡытта балалар студияһында ла теләп шөғөлләнә. Бер йыл эсендә маҡсатлы ҡыҙ 11 матурлыҡ бәйгеһендә еңеүгә өлгәшкән, күп төрлө музыкаль, социаль, мода проекттарында ла ҡатнашырға өлгөргән.

Һәләтле уҡыусыбыҙ өсөн ғорурлыҡ кисерәбеҙ, шатланабыҙ һәм алда еңеүҙәренең тағы ла күберәк булыуын теләйбеҙ.

- Әҡлимә ҒИЗӘТУЛЛИНА

Читайте нас: