Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль , 22:05

"Ғаиләм - ҡәлғәм" конкурсы еңеүселәре билдәле!

8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан гәзитебеҙ төркөмөндә үткәрелгән сираттағы конкурста еңгән ғаиләләр исемлеге - яҙмала.

"Ғаиләм - ҡәлғәм" конкурсы еңеүселәре билдәле!
"Ғаиләм - ҡәлғәм" конкурсы еңеүселәре билдәле!

8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан гәзитебеҙ төркөмөндә иғлан ителгән сираттағы матур конкурста республикабыҙҙың төрлө райондарынан һәр яҡлап өлгөлө, уңған, татыу, әүҙем 12 ғаилә ҡатнашты. Һис шикһеҙ, уларҙың һәр береһе еңеүгә лайыҡ, әммә бәйгенең - үҙ ҡағиҙәләре. Шулай итеп, бөгөн иң күп тауыш йыйған өс ғаилә асыҡланды. Улар түбәндәгесә:

I урында – Йәрмәкәй районынан Лилиә менән Мәғсүм Шәймәрҙәновтар,

II урында – Мәсетле районынан Гүзәл һәм Әнис Ҡаҙыхановтар,

III урында – Асҡын районынан Әлмира һәм Вәлинур Мәһәҙиевтәр.

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Конкурс шарттары буйынса, улар хаҡында "Башҡортостан" гәзите биттәрендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ. Бағыусыларыбыҙ ҙа бүләктәр әҙерләп ҡуйҙы.

Конкурста ҡатнашҡан һәр ғаиләгә, уларҙы дәртләндереп, алға сығарырға тырышып дәррәү тауыш биргән, һоҡланыу һүҙҙәрен йәлләмәгән барлыҡ дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт! Һәммәгеҙҙе лә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ихлас ҡотлап, именлек, ныҡлы һаулыҡ, ҙур-ҙур уңыштар, киләсәктә лә ошолай бер-беребеҙгә йылылыҡ өләшеп, дәртләнеп, сәмләнеп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Конкурс һөҙөмтәләрен ошо һылтанма буйынса инеп ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll62bf187996a707333e64dfbe

Фотолар еңеүселәрҙең шәхси архивынан.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в