Өфө ҡалаһының Еңеү паркында Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осошҡа әҙерлек дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты (Өфө кадет корпусы) тәрбиәләнеүселәренә аттестат тапшырылды. Улар – белем усағының 22-се сығарылыш уҡыусылары.
Халыҡ күпләп йөрөгән Еңеү паркы хәрбиҙәр менән тулған, шул уҡ ваҡытта ябай кейемдәге кешеләр ҙә күренә. Улар – курсанттарҙың ата-әсәһе һәм яҡындары. “Прощание славянки” маршы алыҫтарҙан ишетелә, флагтар елберҙәй. Тантаналы митинг Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән асылды.
Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эмиль Фәхриев кадет корпусында уҡыған һәр үҫмер менән ғорурланыуын билдәләне, маҡсаттарының тормошҡа ашыуын һәм уңыштар теләне.
– Өфө кадет корпусын Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә лә яҡшы беләләр, – тине Эмиль Фларис улы. – Ысынлап та, һеҙ данлы уҡыу йортонда белем эстәүегеҙ менән бәхетле. Ғөмүмән, бәхет һәр саҡ оҙатып барһын, ил һаҡсыһы тигән исемде лайыҡлы йөрөтөгөҙ!
Өфө башланғыс осошҡа әҙерлек дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты директоры Фәнил Солтанғолов айырыуса ошо 22-се сығарылыш уҡыусыларының таһыллығын, ҡыйыулығын һәм сыҙамлылығын телгә алды. Яланда ниндәй генә ҡатмарлы “ҡаршылыҡлы һыҙаттар”ҙы үтергә ҡушылмаһын, барыһы ла уларҙы уңышлы артылған, берәү ҙә ҡыйынлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаған.
Подполковник Фәнил Солтанғолов белдереүенсә, Өфө кадет корпусында уҡыу күптәргә тәтемәй. Тормошта төрлө хәлдәр осрай, иң мөһиме, ғәҙел булығыҙ, ил алдындағы бурысты намыҫ менән үтәгеҙ, тине ул.
Ата-әсәләр исеменән Айгөл Насретдинова тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны.
– Оҙаҡ көтөп алынған, шул уҡ ваҡытта моңһоу мәл яҡынлашты, – тине Айгөл Фәнис ҡыҙы. – Иртәгәнән башлап бөтәгеҙ ҙә үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ. Йоҡоһоҙ төндәр, көн дә ҡабатланған физик күнегеүҙәр – барыһы ла артта ҡалды. Һәр берегеҙҙең туған белем усағы етәкселегенең йөҙөн ҡыҙартмаясағына, кадет исеменә тап төшөрмәйәсәгенә ныҡлы ышанам. Хәйер, элекке кадеттар булмай.
Өфө кадет корпусында белем алған уҡыу алдынғыһы Родион Чекалов белем биреү учреждениеһының барлыҡ офицерҙарына һәм педагогтарына рәхмәтен еткерҙе.
– Һеҙҙең ышанысты һәр ваҡыт аҡларға тырышасаҡбыҙ, шул уҡ ваҡытта Ватан алдындағы бурысты үтәргә лә һәр саҡ әҙербеҙ, – тине Родион. – Әлбиттә, яҙмышымды армия менән бәйләйәсәкмен. Сергей Штеменко исемендәге Краснодар юғары хәрби училищеһына уҡырға инергә теләйем.
Родион Чекалов:
– Һеҙҙең ышанысты һәр ваҡыт аҡларға тырышасаҡбыҙ, шул уҡ ваҡытта Ватан алдындағы бурысты үтәргә лә һәр саҡ әҙербеҙ. Әлбиттә, яҙмышымды армия менән бәйләйәсәкмен. Сергей Штеменко исемендәге Краснодар юғары хәрби училищеһына уҡырға инергә теләйем.