Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 20:00

Илназдың хәле нисек?

Малай былтыр ошо ваҡытта ике ҡулһыҙ ҡалғайны...

Илназдың хәле нисек?
Илназдың хәле нисек?

Туймазы районынан Илназ Дәүләтовтың хәлен республикала күптәр белә. Бәхетһеҙ осраҡ сәбәпле малай былтыр ике ҡулһыҙ ҡалды. Футбол уйнап йөрөгән бала, тупты алам тип, электр щитына тотона һәм ҡулдары бешә. Табиптар уның ғүмерен һаҡлай, тик ике ҡулын да ҡырҡырға тура килә.

Илназ үҙенең ҡулһыҙ ҡалыуын аңлағас, тәүҙә шок хәлендә була. Ә бишенсе көнгә, әле реанимацияла ятҡан саҡта, күнә.

Битараф булмаған кешеләр ғаиләгә аҡса йыйып дарыуҙар алыша. Ә малай өсөн иң ҙур бүләк булып бионик протездар тора. Уларҙың хаҡы - өс миллион һум. Кәрәкле сумманы йыйыуҙа кем генә ярҙам итмәй. Һөҙөмтәлә февраль айында уға протездар алына һәм Илназ өр-яңынан йәшәргә өйрәнә башлай.

Уның хәлен “Башҡортостан ДТРК”һы хәбәрселәре барып белешкән. Малай протездар менән идара итергә өйрәнә башлаған да. Ул яңы ҡулдарына әйберҙәр ала, уны килтерә, шешә асып, һутын стаканға ҡоя ала. Бындай кибер-ҡулдарҙың зарядкаһы ике көнгә етә. Ауырлыҡтар ҙа юҡ түгел: протездың ҡул суҡтары әйләнмәй. Әсәһе хыялы буйынса, уға йыл һайын протездарын замансараҡтарына алмаштырырға кәрәк.

Киләсәктә Илнар профессионал кимәлдә футбол менән шөғөлләнергә теләй. Бының өсөн ул көн һайын үҙенең ихатаһында күнекмәләр үтә.

Малай өйҙә лә эшләй. Уның апалары сүп-сарҙы утай, ә ул уларҙы сүплеккә илтеп ҡуя. Ата-әсәһе Илназ көҙҙән өйҙә түгел, ә мәктәптә уҡый башлар тип ышана. Махсус комиссия ошо мәсьәлә буйынса ҡарарҙы августа ҡабул итәсәк.

Фото: "Моя Уфа" порталы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: