Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 11:30

 Иртәгә “Шүлгәнташ” музей комплексы асыла

Уны асыу тантанаһын күрергә теләйһегеҙме? Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарағыҙ! 

Иртәгә “Шүлгәнташ” музей комплексы асыла
 Иртәгә “Шүлгәнташ” музей комплексы асыла

9 июлдә Бөрйән районында Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыу сиктәрендә “Шүлгәнташ” музей комплексын рәсми асыу тантанаһы үтә. Ул легендалар менән солғап алынған һәм бөтә донъянан спелеологтарҙы йәлеп итеү урыны булып торған билдәле мәмерйәгә ингән урындан километр ярым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тамашасыларҙы Бөрйән районынан трансляцияла бер юлы бер нисә күләмле сара көтә. 16:00 сәғәттә музей тантаналы асыла. 16:30 һәм 19:00 сәғәттәрҙә “Көнсығышҡа боролош” халыҡ-ара фәнни-технологик хеҙмәттәшлектең Евразия векторы темаһына пленар ултырыш үтә. Был көн 23:00 сәғәттә ҙур Симфония төнө менән тамамлана.

Башҡортостан юлдаш телеканалының Бөрйән районынан трансляцияһын күрмәй ҡалмағыҙ.

Эфир 16:00 сәғәттә башлана.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: