Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 17:30

“Минең экоғаиләм” федераль проектына старт бирелде

Уны асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

“Минең экоғаиләм” федераль проектына старт бирелде
“Минең экоғаиләм” федераль проектына старт бирелде

Был федераль проект “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль Советы ҡарамағындағы әсәлекте, балалыҡты һәм ғаиләне яҡлау буйынса комиссия тарафынан башланғыс алған. Уның маҡсаты – төрлө квестарҙа һәм акцияларҙа ҡатнашыу сиктәрендә экологик ғаилә ялын үҫтереү. Бындай проектты булдырыу идеяһы менән Өфөләге “Хәтер баҡсаһы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма сығыш яһай.  

Федераль проектты асыу тантанаһында Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Анна Кузнецова, Дәүләт Думаһы депутаттары Павел Качкаев һәм Эльвира Айытҡолова ҡатнашты.

Анна Юрьевна яңыртылған Ҡашҡаҙан паркына, ундағы яңы фонтанға юғары баһа бирҙе. “Парк иркен, төҙөк, заманса йыһазландырылған, матур тәьҫораттар ҡалдыра”, - тип билдәләне. “Минең экоғаиләм” проекты асылыуы Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә тура килде. Шуға күрә паркта халыҡ, айырыуса йәш ғаиләләр күп ине. Анна Кузнецова улар, айырыуса балалар менән ихлас аралашты.

Артабан йәйге амфитеатрҙа сара башланды. Халыҡты Мәскәү ҡунағы һәм БР Хөкүмәте вице-премьеры – БР финанстар министры Лира Иғтисамова Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән тәбрикләне.

- Бөгөн беҙ тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрергә, йәғни ошо нигеҙҙә ғаиләләргә берләшергә ярҙам иткән проектты башлайбыҙ. Был темаға минең иғтибарымды ҡыҙым йүнәлтте. Бер көнө ул яратҡан быуаһының бысраныуын күрә. Бер кемгә лә әйтмәйенсә, ял итеүселәрҙән һуң ҡалған сүп-сарҙы йыйып ала. Ул миңә быуа ярының күпкә таҙарып ҡалыуын күрһәткәс, ғәжәпләндем һәм уға ярҙам тәҡдим иттем. Ә бөгөн “Хәтер баҡсаһы” йәмәғәт ойошмаһына рәхмәт әйтәм. Улар ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт итте, ә беҙ уларға ярҙам иттек, - тине Анна Юрьевна.

Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Анна Кузнецова “Минең экоғаиләм” проектының тағы биш төбәктә старт алыуын белдерҙе һәм уны асыҡ тип иғлан итте. Иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы зәңгәр күккә аҡ күгәрсендәр осоролдо.

Артабан Мәскәү ҡунағы коллегалары һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников оҙатыуында Инорс биҫтәһендә булды. Белеүебеҙсә, бында Георгий Мушников урамы һәм Йылы күле янында урынлашҡан биләмәне төҙөкләндереү, Ишкәкле слалом үҙәге төҙөү бара.

“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк программаһы сиктәрендә алып барылған төҙөкләндереү эштәре Өфөнөң 450 йыллығына арналған. Бында йәйәүлеләр өсөн яҡтыртылған юлдар һалыу планлаштырыла. Улар күл ярын һәм скверҙы тоташтырасаҡ. Территорияла компактлы скейт-парк, белем биреү элементтары булған майҙансыҡ ҡаралған. Баландин бульварындағы торлаҡ йорттар янында ял итеү өсөн урындар һәм йәйәүлеләр скверы барлыҡҡа киләсәк.

Йылы күле тирәләй биләмәне төҙөкләндереү 2023 йылда тамамланасаҡ. Яр буйлап буйлап йөрөү маршруты булдырыласаҡ, велосипед юлы һалынасаҡ, һыу инеү урыны, спорт менән шөғөлләнеү, пикник һәм эттәрҙе йөрөтөү өсөн майҙансыҡтар ҙа буласаҡ.

Башҡортостан ҡалаларҙы үҫтереү институты директоры Алмаз Фәтҡуллин ҡунаҡтарҙы эш барышы менән таныштырҙы. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Елена Родина Калинин районында күп фатирлы йорт рәйестәренең көслө советы эшләүен, ә халыҡтың бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашыуын айырып билдәләне.

Тағы ла бер мөһим объект - күлдең көньяҡ өлөшөндә буласаҡ ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы. Уны быйыл февралдә төҙөй башланылар һәм 2023 йылдың аҙағында тамамларға ниәтләйҙәр. Старт һәм финиш бассейндары, шулай уҡ 250 метр оҙонлоҡтағы һәм 1,75 метр тәрәнлектәге ярыш-күнекмәләр каналы төҙөү планлаштырыла. Ишкәк слалом өсөн тәғәйенләнгән канал күлде Өфө йылғаһы менән тоташтырасаҡ. Йылылыҡ электр үҙәге эшмәкәрлеге арҡаһында һыу даими йылыныу сәбәпле, спорт комплексы йыл әйләнәһенә эшләй аласаҡ. Киләсәктә унда ярыштар үткәреү планлаштырыла.

Анна Кузнецова спортсыларыбыҙҙың был төрҙәге уңыштары менән ҡыҙыҡһынды, шулай уҡ проектҡа йәлеп ителгәндәрҙең берҙәм эшләүен билдәләне.

Яҙма Ирина Шипунованың мәҡәләһенә таянып әҙерләнде.

Фото: Риты Ишниязова.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: