Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 11:42

Педагог. Ғалим. Шәхес.

Һынауҙар уны һындырмаған.

vk.com/a.badranov
Фото:vk.com/a.badranov

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Рәми Ғариповтың Хәтер кисәһендә милләтебеҙҙең тағы бер мәртәбәле шәхесенә юғары награда тапшырылды. Был үҙенә күрә символик күренеш тә булды һымаҡ. Бөгөн беҙ ҙур сәхнәләрҙә шиғырҙарын уҡыған һәм исемен ҙурлаған Рәми Ғариповты ҡасандыр замандаштары, хатта бәғзе бер ҡәләмдәштәре нигеҙһеҙ рәүештә ситләтһә, республикабыҙ Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләгән педагогия фәндәре докторы, профессор Ильяс Вәлиевте лә тормош дауылдары аҙ сайҡамай. Бына ошондай иҫтәлекле көндә осраштыҡ беҙ Ильяс Иштуған улы менән һәм барыһы хаҡында ла асыҡтан-асыҡ һөйләштек.

 – Ильяс Иштуған улы, һеҙҙең тормош һәм хеҙмәт юлын бар­лағанда яҙмышығыҙҙағы ҡара тапты – ҡыйырһытылыу­ҙарҙы күрмәмешкә, белмәмешкә һалы­шыу мөмкин түгел. Әммә улар – үткәндә. Бөгөн һеҙ Салауат Юлаев орденына лайыҡ булдығыҙ. Кисерештәрегеҙ нин­дәй?

– Ошо мәлде көттөм, ниһайәт, ғәҙеллек тантана итте, тип әйтмәҫ инем, сөнки мин үҙ дөрөҫлөгөмдә йәшәнем һәм эшләнем. Әммә әлеге награда хеҙмәтемә оло баһа булды, тип иҫәпләйем. Бөгөнгөнө генә түгел, үткәнде лә күрә һәм ғәҙел анализлай белгән етәкселәрҙең булыуы – Хөкүмәт өсөн дә, халыҡ өсөн дә бер мәртәбә. Бының өсөн илһөйәр улдарыбыҙҙың береһе – Азат Шамил улына рәхмәт!

– Мәғариф өлкәһендәге хеҙ­мәт юлығыҙҙың башын иҫлә­гәндә...

– 28 йәшемдә Өфө ҡалаһында төҙөлөп ятҡан 5-се мәктәптең директоры инем. 1978 йыл. Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһе ҡалҡа башлаған ғына мәл. Бында бер мәктәп тә юҡ. Асыласаҡ белем усағына 180 уҡытыусы тупланған, 2800 самаһы бала уҡыу йылын көтә. Мәктәпте күмәк көс менән нигеҙенән башлап төҙөп индек һәм, ике йыл тигәндә, тантаналы шарттарҙа немец делегацияһын ҡабул итерлек кимәлгә күтәрҙек. Уйламағанда мине Өлкә комитетҡа эшкә алдылар, тик унда ҡағыҙға күмелеп ултыра алманым, сөнки кабинет хеҙмәткәре булыу ижади булмышыма бер нисек тә тура килмәй ине. Кире мәктәпкә ебәреүҙәрен һораным. Шулай итеп, төҙөләсәк 22-се мәктәпте йөкмәттеләр.

Ризалаштым, бары тик мәктәп проектына үҙгәрештәр индерергә генә рөхсәт һораным. Ризалаштылар. Шулай итеп, үҙем күргәнсә һәм уңышлы тип һанағанса төҙөттөм мәктәпте. Тик, үкенескә ҡаршы, унда эшләү яҙманы, 1-се Республика башҡорт мәктәп-интернатына етәкселек итергә тәҡдим яһанылар.

– 1-се Республика башҡорт мәктәп-интернатының директоры булған осор уңышлы йылдар булыуҙан тыш, яҙмышығыҙҙың һынылышлы мәле лә, буғай?

– Мәктәп-интернатҡа беренсе барып ингән көнөмдө бөгөнгөләй хәтерләйем. 1984 йылдың 5 ғинуары. Күренештәрҙән баҙап ҡалдым: тәҙрәләр ярыҡ, йыһаз юҡ, санузел ҡыйралған... 22-се мәктәп өсөн төҙөгән планымдың атамаһын һыҙып ташлап, “1-се мәктәп-интернат” тип яҙып алдым да ең һыҙғанып эшкә тотондом. Мин “кеше эше менән баһалана” тигән хәҡиҡәткә инанып үҫтем һәм шуға таянып йәшәй инем, әммә бөгөнгө күҙлектән ҡарап шуны әйтәм: яңылышҡанмын. Ә инде ул заманда, мәктәп-интернатты ете йыл етәкләп, аҙаҡ китергә мәжбүр булғанда ла, “эшләргә, эшләргә һәм эшләргә” тип яндым. Эйе, тормошомдоң ауыр һәм ҡатмарлы мәле булды ул, әммә уны лайыҡлы үткәрә, күтәрә алдым – һынманым. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә көсөмә, хәлемә торошло һынау биргән.

– Тәжрибәле педагог булараҡ, нисек уйлайһығыҙ: ысын уҡы­тыусы ниндәй булырға тейеш?

– Медицинала ауырыуҙың клиник картинаһы күҙ алдында: анализдар, температура, тышҡы күренеше һәм башҡалар. Диагноз ҡуйыу ҙа мөмкин булған хәл. Ә педагогикала ундай төшөнсә юҡ, әммә берәй көн килеп күҙгә күренер, аңлашылыр тип ышанаһың. Был уҡытыусы шәхесе хаҡында. Мәңгелек һорау ул: уҡытыусылыҡ сифаттары тыумыштан биреләме, әллә үҙләштерелгән, өйрәнелгән һөнәрме? Асылда ике төрлө лә булырға мөмкин. Педагогик һәләтле кешеләр осрай, тик улар бик аҙ. Ә бына оҫталар йышыраҡ була. Һәр коллективта улар 20-30 процентты тәшкил итә.

Киләһе категория – ошо өлкәгә хеҙмәт иткән уҡытыусылар. Улар әлеге йөктө бер маҡсатһыҙ һәм ләззәтһеҙ башҡара. Ундайҙар һәр заман мәктәбендә лә етерлек һәм хатта коллективтың ҙур өлөшөн тәшкил итә. Һәр урында ла бер нимәгә лә дәғүә итмәгән 15-20 процент осраҡлы кешеләр була. Уларҙың мөмкинлектәре лә сикләнгән һәм, шул сәбәпле, мәктәптә көсөргәнеш һәм психологик тотороҡһоҙлоҡ тыуа. Былар иһә педагогия университеттарының “брак продукция” сығарыуынан килә. Сифатһыҙ продукт сығарыуға мәктәптәрҙән сифатһыҙ тауар килеүе сәбәпсе булып тора. Ниндәйҙер “сихырлы” ҡулса был...

Ысын уҡытыусыға килгәндә, уның исеме, йәғни абруйы булырға тейеш. Шул саҡта ғына ул бала күңелендә үҙенә ҡарата хөрмәт, ихтирам уята ала. Ул биргән тәрбиәне, белемде, өгөт-нәсихәтте лә бала ҡабул итә. Ә абруй яулау өсөн уҡытыусыға белем, аҡыл, характер, ныҡлы рух һәм фәлсәфәүи фекерле булыу шарт.

– Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов исемендәге премияны булдырыу, халҡыбыҙҙың арҙаҡ­лы улы Мостай Кәрим ижадында сағылыш тапҡан халыҡ педаго­гикаһын фәнни кимәлгә күтәреү ҙә һеҙҙең хеҙмәт бит әле. Был әҙәбиәткә булған һөйөүме, әллә илһөйәрлектең бер сағылы­шымы?

– Рәми Ғариповтың ижадын да, шәхси тормошон, яҙмыш боролоштарын да яҡшы белдем һәм беләм. Был мәшһүр шәхестең музейын асыу буйынса беҙ өс йыл самаһы әҙерлек эше алып барҙыҡ. Материал тупланғас, эҙләнә торғас, шул ыңғайы шағир исемендәге премия ла булдырырға кәрәк, тигән уй тыуҙы. 1990 йылдың 27 ноябрендә 1-се Республика башҡорт мәктәп-интернатының педагогик советы “Рәми Ғарипов премияһын раҫлау тураһында” ҡарар ҡабул итте. 12 февралдә музейҙы ла астыҡ.

Ә инде Мостай Кәрим ижадына килгәндә, был тәрән һәм бай донъяны педагогик күҙлектән айҡап-байҡап сығыу миңә, тәжрибәле уҡытыусыға, яңы, үҙенсәлекле планетаны асыу һымаҡ булды. Ошо нигеҙҙә “Мостай Кәрим: яугир, шағир, граждан” тигән монография яҙылды. Яҙыусының үҙе менән яҡындан аралашыу, оҙайлы фекер алышыуҙар, донъяуи кәңәшлә­шеүҙәр, теге йәки был теманы анализлап, пландар төҙөп, һығым­талар яһау беҙҙең дуҫлыҡтың нигеҙе булды, йәғни рухи кимәлдәге, ижади бейеклектәге дуҫлыҡ, тимәксемен.

– Ильяс Иштуған улы, “мәк­тәп-интернат директоры вазифа­һынан китергә тура килгәндә” тип әйттегеҙ. Документтарҙан күренеүенсә лә, шаһиттар дәлил­ләүенсә лә, һеҙ билдәле мәктәп-интернат тарихында тәрән эҙ ҡалдырғанһығыҙ: төҙөлөштәр, йыһазландырыу, матди-техник базаның яңыртылыуы, педагогик коллективтың көсәйеүе, уҡыу кимәленең күтәрелеүе, юғары уҡыу йорттарына инеү күрһәт­кесенең үҫеүе, түңәрәктәр, музей­ҙар һәм башҡалар... Былар бик ҙур эштәр, ә йәмәғәтселек һеҙгә ҡаршы сыҡҡан... Быны нисек аңларға?

– Беҙҙә, үкенескә ҡаршы, йәмғиәттәге сирҙәр менән мәғариф та ауырый. Етмәһә, мәғариф илгә килем килтермәй, сәйәсәттә ҡатнаша алмай. Уға барыһының да көсө етә һәм ғәйеп өйә ала.

Демократия һәм асыҡлыҡ – көслө яңғырай торған ҡыңғырау ул. 90-сы йылдарҙа, илдә тап ошо демократия һәм асыҡлыҡ тигән төшөнсәләр урғылып килеп ингәндә, әлеге ҡыңғырауға һәр береһе һуға ала ине һәм һуҡты ла. Күптәр “нимәгә?”, “ни өсөн?” тип уйламаны ла, әммә болғаныш ыңғайына болғанып өлгөрөргә ынтылды һәм үҙ тауышын ишеттереп ҡалыу форсатын ҡулланды. Революциянан һуң байҙарҙан тартып алынған ил менән ни эшләргә белмәгән ваҡытлы хөкүмәт кеүек, был осраҡта ла, ил ҡайышы бушағанда, күктән төшкән демократияны нисек ҡулланырға икәнде төшөнә алманы милләт “етәксеһе” булырға теләгән төркөм. Үҙ маҡ­сатын ҡайғыртыусылар ошо төр­көм­дәргә оҫта етәкселек итте. Уларға кемделер тотоп хөкөмгә тарттырырға кәрәк ине. Ҡорбандар эҙләү башланды. Шуларҙың бе­реһе мин булып сыҡтым. Мәктәптә тикшереү артынан тикшереү, уҡытыусыларҙы, хатта балаларҙы ҡотортоп ҡылынған хөсөттәр башланды. Эҙәрлекләүҙәр, күҙәтеүҙәр, яла яғыуҙар, ҡулға алыуҙар, янауҙар, аҫтыртын һатлыҡйәнлек һәм башҡа бик күп төрлө әҙәм балаһы ғына яһай һәм башҡара алған вәхшилектәрҙе күрергә тура килде.

Минең тарихты “яһаған” кеше­ләр менән унан һуң да осраштым һәм әле лә танып торам. Бөгөн ҡайһылары уңайһыҙланып күҙен йәшерә, берәүһенә, үлер алдынан, ғәфү итеп ҡулын да ҡыҫтым – минән ҡалмаһын, тинем.

– Ә һеҙ көслө кеше, Ильяс ағай. Һынмағанһығыҙ, бөгөлмә­гән­һегеҙ, идеяларығыҙға хыянат ит­мәгәнһегеҙ, рухи үҫеште туҡ­тат­мағанһығыҙ...

– Үткәндәр – үткәндә... Әммә шуларҙан һабаҡ ала белеү – үҙе бер ғилем ул. Минең тарихым, яманмы-яҡшымы, үҙем менән китер, ә йәштәргә, бигерәк тә милләт мәнфәғәтендә йөрөгән йәки йөрөйөм тип уйлағандарға, ҡарап-белеп баһалар һабаҡ булһын ине. Беҙ олоғайҙыҡ инде, мәңгелек түгелбеҙ, ә бына намыҫ, выждан, хеҙмәт, тоғролоҡ, батырлыҡ кеүек төшөнсәләр ошо ерҙә ҡалыр һәм улар һәр ваҡыт хөсөтсөләр, хыянатсылар, хаиндар тарафынан эҙәрлекләнер. Уяу һәм берҙәм булырға саҡырам халҡымды.

- Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Читайте нас: