Йәмғиәт
8 Июля 2022, 16:45

Радий Хәбиров байрам менән тәбрикләне

Башҡортостанда – 1 миллион 150 мең ғаилә, шуларҙың 50 меңе – күп балалы.

Радий Хәбиров байрам менән тәбрикләнеРадий Хәбиров байрам менән тәбрикләне
Радий Хәбиров байрам менән тәбрикләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә бар республика халҡын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотланы. 

"Башҡортостанда – 1 миллион 150 мең ғаилә, шуларҙың 50 меңе – күп балалы. Һәм беҙҙең идара итеү командаһының көсөн республикала һәр ғаилә шатлыҡта һәм етеш тормошта йәшәй, балалар тәрбиәләй һәм үҙен матур, сәскә атҡан республикабыҙҙа иркен хис итә алһын өсөн йүнәлтәбеҙ.

Бөгөн – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Бөрө халҡына ҡунаҡсыллыҡтары өсөн рәхмәт белдерәм.

Ә барлыҡ республика халҡын был матур байрам менән ҡотлайым!

Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, уңыштар, бәхет һәм аңлау теләйем", - тип яҙҙы ул. 

Фото: Олег Яровиков. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас