Халыҡтың матбуғат баҫмаларына әүҙем яҙылыуы почтальондарҙың тырышлығына бәйле, сөнки тап улар гәзит уҡыусылар менән туранан-тура бәйләнештә эшләй. Баҫмаларҙы ваҡытында еткереү генә түгел, яҙылыу тураһында ла улар әленән-әле иҫкәртеп тора.
Ишембайҙар “Башҡортостан” гәзитен алдырыу буйынса алдынғылар рәтендә, ә Этҡол почта бүлеге быға тос өлөш индерә. Фирҙәүес Кинйәбулатова, унда почтальон булып һуңғы йылдарҙа ғына эшләй башлаһа ла, гәзит-журналға яҙҙыртыу күләмен арттырыуға өлгәшкән.
– Фирҙәүес Хөсәйен ҡыҙы менән эшләүе еңел. Уға әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Эшен яратып башҡара. Халыҡ менән уртаҡ тел таба белгәс, ауылдаштары ла уны хөрмәт итә, – ти почта бүлеге етәксеһе Гөлфирә Хәйруллина.
Фирҙәүес Кинйәбулатова ҡарамағында – Этҡолдоң бер урамы, Аҙнай һәм Хажы ауылдары. Гәзит-журналдарҙы көнөндә, йәғни “эҫе” сағында, уҡыусыларға алып барып еткереү өсөн тырыша ул. Йыш ҡына ауыл араларын йәйәүләп үтергә тура килһә лә, зарланғанын ишетмәҫһең. Этҡолда таратып бөтөүгә, биш километр алыҫлыҡтағы Аҙнайға юллана, унан һуң – ике километр йыраҡлыҡта ятҡан Хажыға. Көн кисләгәс кенә, эшен теүәлләп, йортона ҡайтып инә. Гәзит хужаларына үҙ мәлендә тапшырылғас, почтальондың да күңеле тыныс. Хаҡлы ялда булһа ла, ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡара ул эшен.
– Һаулыҡ ҡына булһын, һөнәремде яратҡас, бер ҡыйынлығы ла юҡ. Үҙемдең кәрәкле булыуымды тойоуым, халҡыма хеҙмәт итеү – ҙур бәхет, – ти ул, ихлас йылмайып.
Ғүмер буйы төрлө тармаҡта хеҙмәт итергә тура килә Фирҙәүес апайға, ҡайҙа ғына эшләһә лә, холҡона хас төп сифат – яуаплылыҡ һәр саҡ уңышҡа илтә. Һуңғы йылдарҙа бар күңелен һалып почтальонлыҡҡа тотоноуы ла осраҡлы түгел. Был һөнәрҙең яҡын булыуының да үҙ сере бар.
– Әсәйем 25 йыл Аҙнай ауылында хат ташыусы булып эшләне. Ауылдаштары араһында бик абруйлы ине. Ул ваҡытта халыҡ матбуғат баҫмаларын бигерәк күп алдырҙы, почтальондың сумкаһы күтәреп алғыһыҙ ауыр була торғайны. Бер йортҡа унлаған гәзит-журнал килә ине, унан тыш хат-открыткаларҙың да иҫәбе-һаны юҡ. Этҡолдан почтаны барып алырға кәрәк, ул заманда ике ауыл араһында юл да насар ине. Әсәйем һыбай килеш Этҡолға почта алырға китә, тау битләүенән юл тиҙ елләй тип, атын шунан алып барғаны хәтерҙә ҡалған.
Ауыл балалары бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәнеп, атай-әсәйгә ярҙам итеп үҫә бит. Мин дә гәзит-журналдарҙы йорттарға таратыша торғайным. Шуға почтальон эше күңелемә бик яҡын. Байтаҡ йылдарҙан һуң был бурысты үҙемә тәҡдим иткәстәр, дәртләнеп тотондом, сөнки әсәйемдең эшен дауам иткем килде. Ауылдаштарым да әсәйемә оҡшатып тора, мине урамда күрһәләр: “Ана, Миңнеһан апай килә!” – тип шаяртып сәләмләйҙәр. Әсәйемдең абруйы ҙур булды, ауыл Советы депутаты итеп тә һайланды, яҡташтары үҙен яратты. Һигеҙ бала үҫтереп, күбеһенә юғары белем алырға ярҙам иткән әсәйемдең һөнәрен дауам итеүем менән ғорурланам, – ти Фирҙәүес Хөсәйен ҡыҙы.
Сыҡҡан гәзит-журналдарҙы матур итеп халыҡҡа күрһәтә, тәҡдим итә белеү – үҙе бер оҫталыҡ. Һуңғы осорҙа ауылында матбуғат баҫмаларын алдырыусылар һанының артыуында ла почтальондың тырышлығы күренә. Ике йыл самаһы элек Аҙнай ауылына 30-лап гәзит-журналға яҙҙырһалар, әлеге көндә был һан 100-ҙән артып киткән. Халыҡ төрлөһөн яратып уҡый: “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәре, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел”, “Һәнәк” журналдары һәм башҡа баҫмалар.
“Дүшәмбе, шаршамбы, йома гәзит таратыу менән мәшғүл булам, башҡа көндәрҙә гәзиткә яҙҙыртырға сығам. Халыҡ менән аралашыу оҡшай миңә. Улар менән һөйләшеп алһаң да, күңелдәре күтәрелеп китә. Тәүҙә кемдең почта йәшниге юҡ, ямғырҙа һыуланмаһын йә осоп китмәһен тип, полиэтилен тоҡсайға һалып бәйләп китә инем әле. Аҡса түгеп яҙылғас, һәр гәзит үҙ хужаһына ваҡытында барып етһен тим. Халыҡ ҡасан гәзит килерен белеп бөткән. Гәзитте ҡапҡаһының тышына сығып уҡ көтөп алған 90 йәшлек уҡыусым да бар әле минең! Ғөмүмән, ауылдаштарыма рәхмәт. Гәзиткә яҙылыу ун көнлөгө етә башлаһа, үҙҙәре үк: “Яҙҙыртып сыҡ”, – тип саҡырып торалар. Беҙҙең ауыл халҡы шул тиклем һәйбәт. Аҙнайҙа тыуғаныма һөйөнөп бөтә алмайым.
Гәзиткә яҙылыуҙа үҙем дә өлгө булырға тырышам. Бала саҡтан шулай уҡып үҫкәс, ғүмер буйы алдырҙыҡ. Әле лә өйөбөҙгә кәмендә дүрт төрлө матбуғат баҫмаһы килә. Гәзитте ҡулға тотоп уҡыуға бер ни етмәй, –тине Фирҙәүес апай һәм хеҙмәт иткән коллективынан да уңыуын билдәләне. – Һәр эштең һөҙөмтәһе етәксенән дә тора, беҙҙең почта бүлеге мөдире Гөлфирә Абдрахман ҡыҙы талапсан, иғтибарлы, итәғәтле, хеҙмәтен белеп башҡара. Өс ауылдың халҡы менән эш алып барыла, түләмдәрен түләргә лә, магазиныбыҙға ла киләләр, һәр береһе менән уртаҡ тел таба. Етәксебеҙҙән бик ҡәнәғәтбеҙ, шуның өсөн дә эшкә лә килге килеп тора. Гәзит-журналдарға беҙҙең бүлектең башҡаларға ҡарағанда күберәк яҙылыуы ла Гөлфирә Абдрахман ҡыҙының тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Ураҙбай почтальоны Лилиә Дәүләтҡолова, Этҡолдан Елена Лысенко менән бергә-бергә эшләйбеҙ”.
Фирҙәүес апай үҙенең почтальон булыуы тураһында эштән һуң да онотмай. Ауылда байрам саралары ойошторолһа ла, яҡташтарын матбуғатҡа яҙҙырырға өлгөрә. Әйткәндәй, ул йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәй. Бигерәк тә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советында әүҙем. Ауылды тәртиптә тотоу йәһәтенән ир-егеттәр ойошмаһы менән берлектә эш алып баралар. Өмә ойоштороп, таҙалыҡты хәстәрләйҙәр. Аҙнай уртаһынан аҡҡан Берғамыт йылғаһы ла күҙ уңынан ысҡынмай, уны ла әленән-әле таҙартып, йыйыштырып торалар. Һабантуйҙа Аҙнайға өлгөлө ауыл конкурсында беренсе урын бирелеүе лә быға дәлил.
Ауылда көтөү ойоштороу ҙа даими иғтибар талап иткән эш. Сиратлап башҡарылһа ла, ул Фирҙәүес апайҙың ныҡлы күҙәтеүендә. Кем иртәгә көтөүгә сыға, кемдең һыйыры быҙауларға тейеш – уның иғтибарынан бер нимә лә ситтә ҡалмай. Көн һайын иртәнге сәғәт алтыла көтөүҙе тауға тиклем оҙатып барырға ла ауырһынмай ул.
– Беҙҙең ауылда ҡарауһыҙ йөрөгән мал юҡ. Яңылыш берәйһенеке урамда йөрөһә лә, кемдеке икәнлеген белеп торам һәм барып хужаһына әйтәм. Кешеләре һәйбәт ауылымдың, тәртип булдырыу өсөн бер төптән тырышалар, – ти Фирҙәүес апай.
Әңгәмәсемдең ҡорот эшләү оҫтаһы булыуын да тирә-йүндә белеп бөткәндәр, был ризыҡты һорап мөрәжәғәт иткәндәр ҙә аҙ түгел. Тормош иптәше менән һыйыр аҫрап, һөттөң файҙаһын күрәләр. Йомарлап туңдырған ҡороттарын гәзиткә яҙылыусыларға бүләк итеп таратҡан мәлдәре лә була йомарт апайҙың.
Тормош иптәше Сәғит Абдрахман улы менән ҡулға-ҡул тотоноп бергә ғүмер итеүҙәренә лә 36 йыл. Ҡыҙ һәм ул үҫтереп, уларға юғары белем биреп, оло тормош юлына сығарғандар.
Әле һаман да гөрләтеп донъя көтөү өҫтөндәләр. Күпләп баҡсаһын да үҫтерәләр, 20 йылдан ашыу умарта тоталар. Хеҙмәттән йәм, тәм табып йәшәүгә күнеккән быуын улар.
– Нимәгә тотонһағыҙ ҙа, эшегеҙҙе яратып, еренә еткереп үтәгеҙ, шул ваҡытта һөҙөмтәһе лә, һис шикһеҙ, матур буласаҡ, – Фирҙәүес Кинйәбулатованың был кәңәше уңышҡа юл аса.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Ишембай районы