Йәмғиәт
8 Июль 2022, 06:49

Уңған ҡулда – бәрәкәт

Уңышлы эшҡыуар ҙа, бәхетле әсә лә.

ғаилә альбомынанғаилә альбомынан
Фото:ғаилә альбомынан

Белорет районының Инйәр ауылында йәшәгән Рима Фазылова күптәргә аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар булараҡ билдәле. Үҙенең сауҙа үҙәгендә сифатлы аҙыҡ-түлек кенә түгел, төрлө тауарҙар һатып та ҡыуандыра ул яҡташтарын.

 

Ил күргәнде күрәләр...

 

Буласаҡ эшҡыуар Берештамаҡта күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Әсәһе – почтальон, атаһы ябай эшсе була. Һәр ауыл балаһы ке­үек, бәләкәй сағынан эш рәтен белеп буй еткерә ҡыҙ. Ғаиләлә һигеҙ бала үҫкәс, улар­ҙың етешмәй киткән саҡтары ла йыш була.

– Әсәйем бик бөтмөр булды. Ул осорҙа бө­тә нәмә дефицит ине бит, шуға Ырымбур өлкәһенән сепаратор килтереп һата ине. Беҙ үҫкәндә магазиндарҙа тәм-том да аҙ булды, шуғамылыр бала сағымда кондитер булырға хыялландым, һуңынан уй-ниәтем үҙгәреп китте, – тип иҫкә төшөрә бала сағын әңгәмәсем.

Тыуған ауылында – һигеҙенсе класты, Инйәргә йөрөп унынсыны тамамлағас, Рима, Өфө урман хужалығы техникумына уҡырға инеп, ағас эшкәртеүсе һөнәренә эйә була. Йәш белгесте Инйәр урман хужалығына эш­кә ебәрәләр. Шулай башлана хеҙмәт юлы. Тап шунда осрата ул үҙенең яҙмышын. Но­ҡат ауылы егете Мәүлит тә әрменән һуң водитель булып эшкә урынлашҡан була. Мәк­тәп йылдарынан бер-береһен белгән егет менән ҡыҙ араһында һөйөү хистәре ҡа­бына. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, гөрләтеп туй үткәреп, татыу ғаилә ҡороп йә­шәп китә­ләр. Иң тәүҙә Ноҡатта Мәүлиттең ата-әсәһе менән бергә торалар. Татыу ғаи­ләнең бәхет­тәрен бөтәйтеп, шатлыҡ-һөйө­нөс­тәрен арттырып, ҡыҙҙары Фидания донъя­ға килә. Бер нисә йылдан йәштәр Татлы ҡалаһына күсеп китә. Апаһына иш булып, Лиана ауаз һала.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдары, эш хаҡтары ваҡытында түләнмәгән, юҡсыллыҡ ваҡыты булараҡ күптәрҙең хәтерендә уйылғандыр. Ил күргәнде Фазыловтар ҙа кисерә, әммә бер ҙә юғалып ҡалмай.

– Татлыла йәшәгән ваҡыт. Мин икенсе ҡыҙым менән декрет ялында инем, Мәүлит эшләһә лә, хеҙмәт хаҡы тотҡарланғас, ауыр булды, ә ғаиләне нисектер аҫрарға кәрәк. Шул саҡта Өфөнән, Екатеринбургтан, Магнитогорск ҡалаларынан кейем-һалым алып килеп һатыу итә башланым. Тормош иптәшем менән күрше ауылдарға ла сығып, халыҡ һораған тауарҙарҙы тәҡдим итә инек, үҙем шул йылдарҙа уҡ “тимер ат”ты йүгәнләнем, – тип эшҡыуарлыҡҡа аяҡ баҫҡан йылдарын хәтергә ала әңгәмәсем.

1999 йылда Фазыловтар, йорт һатып алып, Инйәрҙә төпләнә. Ғаиләгә йәм өҫтәп, Азат улдары донъяға килә. Декрет ялынан һуң сауҙа эшен дауам итә йүнсел ҡатын. Берҙәм эштә – бәрәкәт, тип юҡҡа әйтмә­гәндәр, Мәүлит Иҡсан улы ла, эшенән китеп, ҡатыны менән бергә эшҡыуарлыҡҡа тотона. Һәр нимәне бер-береһе менән кәңәшләшеп, аңлашып башҡарғас, эштәре лә уңа: баҙарҙа бәләкәй генә киоск асып, эшкә ныҡлап тотоналар, кейем-һалым ғына түгел, аҙыҡ-түлек менән дә сауҙа итә башлайҙар.

– Элек бит эшҡыуарҙарға бер ниндәй ҙә дәүләт ярҙамы булманы, кредиттар ҙа бик ҙур проценттарға бирелде. Тәүәккәлләп йүн­селлеккә тотонған ҡайһы бер таныш­тары­быҙ, өмөтһөҙлөккә бирелеп, эштәрен ташла­ны. Беҙҙең дә ауыр саҡтар күп булды, шуға ҡарамаҫтан, эшебеҙҙе туҡтатманыҡ, – ти Рима Исмәғил ҡыҙы.

 

Үҙ ҡулдары менән магазин төҙөйҙәр

 

2007 йылда Фазыловтар, ер биләмәһе һатып алып, магазин һала башлай. Өс йыл эсендә бөтә уңайлыҡтары булған күркәм бина ҡалҡып сыға.

– Магазин бинаһын төҙөү өсөн ҙур ғына күләмдә кредит алдыҡ, ике яҡтан да туған­да­ры­быҙ ярҙам күрһәтте. Иң тәүҙә ауыл хал­ҡының ихтыяжын өйрәндек. Халыҡҡа  көндәлек ҡулланыла торған аҙыҡ-түлек, биҙ­рә, көрәк, һәнәк кеүек эш ҡоралдары кәрәк ине тәү сиратта – мага­зиндарҙы шундай тауарҙар менән тәьмин иттек. Кейем-һалым өсөн хатта айына бер нисә тапҡыр Мәскәүгә лә барып килә инек, – ти әңгәмәсем.

Фазыловтарҙың татыу ғаиләһе тағы ла ишәйә – бер-бер артлы Рәүил менән кинйәкәйҙәре Әлфиә тыуа.

– Икебеҙ ҙә ишле ғаиләлә тыуып үҫкәс, өйләнешкәс тә, балаларыбыҙ күп булһын ине, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәрҙәр, терәк булырҙар, тип хыялландыҡ, – ти күп балалы әсә. – Теләгебеҙ тормошҡа ашты, Хоҙай һау-сәләмәт ғүмерҙәрен, аҡыл-тәүфиҡтарын бирһен инде!

 

Ғаилә усағы балҡып ултыра

 

Әлбиттә, ҙур ғаиләгә рәхәтләнеп йәшәр өсөн уңайлы шарттар кәрәк. Егәрле, бөтмөр Фазыловтар үҙ ҡулдары менән ике ҡатлы өй һалып сыға. Уларҙың ғаилә усағы әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып ултыра. Бында тырыштар йәшәгәне йорт ихатаһынан уҡ күренеп тора: һәр нәмә үҙ урынында, тө­ҙөк, еренә еткереп эшләнгән, өй эсендә лә тәртип, бөхтәлек күҙәтелә, ҡалалағы кеүек уңайлы шарттар тыуҙырылған. Фазыловтар мул баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай, бал ҡорто ла тота.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тип юҡҡа әйтмәй халыҡ. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап егәрле Рима Исмәғил ҡыҙы менән Мәүлит Иҡсан улының. Ике ҡыҙҙары, һөнәри белем алып, ғаилә ҡороп, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Азат улдары әрме хеҙмәтен үтәгәс, Татлыла янғын һүндереүсе булып эшләп йөрөй. Форсат сыҡҡан һайын ҡайтып, ата-әсәһенә йорт эштәрендә, эшҡыуарлыҡта ла ярҙам итергә тырышып тора улар. Рәүил менән Әлфиә мәктәптә уңышлы белем ала,  йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемдәр.

– Атай-әсәйҙәр беҙҙе нисек тәрбиәләгән, балаларҙы ла шулай үҫтерергә тырышабыҙ. Әсәйем беҙгә эш ҡушып китә ине – шуларҙы, һис шикһеҙ, үтәп ҡуя инек. Ата-әсә һүҙе – һәр саҡ етди ҡанун, шуға ла тәртип бул­ғандыр, тим. Ҡайным менән ҡәйнәм дә һигеҙ бала үҫтергән. Беҙҙең ғаиләлә Мәүлиттең абруйы ҙур – атай һүҙен йыҡмау, уны хөрмәт итеү тигән ғәмәл бар, кейәүҙәребеҙ икебеҙҙе лә хөрмәт итеп тора, ошоға шатбыҙ. Ғаилә­беҙҙең үҙенә генә хас йола-тәртиптәре бар – форсат сығып, күмәк йыйылһаҡ, тәбиғәткә ял итергә барабыҙ, республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарына сәфәр ҡылабыҙ. Ҡыш Мәүлит менән саңғыла йөрөргә яратабыҙ. Ғөмүмән, сәләмәт тормошто үҙ итәбеҙ. Ҡустым да, ике ағайым да – дин юлында, намаҙ уҡып, ураҙа тотоп, барса дини ғәмәлдәрҙе теүәл үтәргә тырышып ғүмер кисерәләр. Беҙ ҙә апайҙарым менән быйыл ураҙа тоттоҡ, – ти әңгәмәсем.

Тырыштар таш ярыр

 

Бөгөн Фазыловтар – аяҡтарында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙар иҫәбендә. 2020 йылда улар магазиндары эргәһендә сауҙа үҙәге төҙөй. 500 квадрат метр майҙанды би­­лә­гән үҙәктә бөгөн биш бүлек эшләй: береһендә – кейем-һалым, икенсеһендә сәскә һатыла, өсөнсө бүлекте “Озон” компа­нияһы биләй, ҡалғандарында иһә теш таби­бы һәм бөҙрәхана урынлашҡан. Эшҡыуар­ҙар бағыусылыҡ ярҙамынан да баш тартмай, ауылдағы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә үҙ өлөштәрен индерә.

Рима Фазылова һуңғы ваҡытта организм өсөн файҙалы диңгеҙ кәбеҫтәһенән эшләнгән аҙыҡ-түлекте маркетинг селтәре буйынса һатыу менән шөғөлләнә башлаған.

– Уның файҙаһы ғалимдар тарафынан күптән иҫбатланған: организмды күҙәнәк кимәлендә таҙартып, иммунитетты нығыта, йәшәртә. Шәхсән мин  ошо ризыҡтарҙы ҡул­лана башлағас, үҙемде элеккегә ҡарағанда яҡшыраҡ тоям, артыҡ килограмдарҙан да еңел генә ҡотолдом, – ти әңгәмәсем.

 

Бәхет сере нимәлә?

 

Ысынлап та, Рима Исмәғил ҡыҙына ҡарап, уны иңдәренә ауыр эшҡыуарлыҡ, донъя йө­гөн йөкмәгән, 50 йәш сиген уҙған биш ба­ла әсәһе тип уйламаҫһың да: бар булмышы­нан ышаныс бөркөлә, һәр хәрәкәтендә ихлас­лыҡ, еңеллек һиҙелә, күҙҙәрендә икһеҙ-сикһеҙ һөйөү уты яна.

“Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңышлы эшмә­кәр­лектең һәм бәхетле тормоштоң сере ни­мәлә?” – тип һораным мәҡәлә геройынан.

– Үҙ эшеңде асыу өсөн иң тәүҙә ҡыйыу­лыҡ, тәүәккәллек кәрәк. Эшҡыуар булыу еңел түгел, ҡайһы ваҡыт тәүлек әйләнәһенә бил бөгөргә тура килә, килемде лә тиҙ генә алып булмай.  Минең дә ауыр, ҡатмарлы саҡ­тар күп булды, әммә бер ваҡытта ла баш­лаған эшемде ташлау уйы тыуманы. Шөкөр, эргәмдә һәр ваҡыт аңлап, яҡлап торған хәләлем, балаларым булғанға, бергәләп барыһын да еңеп сығып киләбеҙ. Яратҡан шөғөлөң, яҡындарыңдың иҫән-һау булыуы – шулдыр инде бәхет сере, – тип яуап бирҙе Рима Фазылова.

- Римма СОЛТАНОВА

Белорет районы

Читайте нас