Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 11:19

Юлдыбай ҡымыҙының даны бар

Ауыл халҡы йылҡы тотоуҙы хуп күрә.

Автор фотолары.  Аталы-уллы Рәсүл менән Ғәзинур Хамматовтар.
Аталы-уллы Рәсүл менән Ғәзинур Хамматовтар.Фото:Автор фотолары.

Һуңғы йылдарҙа йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә. Күпселек ауыл халҡы һыйыр малы көтөүгә ҡарағанда, йылҡы тотоуҙы хуп күрә. Был, бер яҡтан, аттарҙың ҡыш буйы тиерлек тибенлектә йөрөп, бесән әҙерләүгә әллә ни көс төшмәһә, икенсе яҡтан, ҡымыҙ етештереп, уны һатҡанда ла күп файҙа алырға мөмкин.

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәгән Рәсүл Хамматов та шәхси ихатала йылҡы үрсетә. Әле уның 15 баштан ашыу аты бар, улар янына ауылдыҡын да бергә ҡушып көтә. 100-гә яҡын йылҡы өйөрөнән 27 бейәне айырып, махсус урында һауалар.

– Дәүләт ярҙамы алғаным юҡ, уны юллар өсөн ҡуртымға алынған көтөүлек ерҙәренә һаман булһа документтар килеп етмәгән. Бәлки, киләһе йыл бизнес-план төҙөп, йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса грантҡа дәғүә итеп ҡарармын. Әле бейәләрҙе элекке ферманың емерек биналарын үҙебеҙсә бер аҙ рәтләп, шунда һауабыҙ. Ауыл халҡының аттарын көтәбеҙ, әгәр ҙә бейәләре һауыла икән, хужаларына аҡса түләйбеҙ, – ти Рәсүл Әмир улы.

Уның һүҙҙәренә ҡатыны  Луиза Камил ҡыҙы ла ҡушыла.

– Ҡымыҙҙы аласыҡта имән көбөлә бешәбеҙ. Бейәләрҙе Люциә менән Илгиз Бикбулатовтар һауа, был эш көнөнә дүрт тапҡыр башҡарыла. Көндәлек әҙерләнгән ҡымыҙ яҡынса 80 литр тәшкил итә, шунда уҡ һатыла, хатта етмәй ҡала. Клиенттар өйҙән үк килеп алалар, күп осраҡта туй, юбилей тантаналарына оҙатабыҙ. Бейәләрҙе майҙың аҙағынан һауа баш­ланыҡ, октябрь баштарына тиклем дауам итербеҙ, тип уй­лайбыҙ. Быйыл үләндең күп, һутлы булыуы ҡымыҙҙың тәменә йоғонто яһамай ҡалманы. Бейәләр туҡ, үлән йомшаҡ, – ти йорт хужабикәһе.

Луиза – Бөрйән районының Мәһәҙей ауылы ҡыҙы. Йәштәр бер-береһен туйҙа күреп дуҫлаша һәм, күп тә үтмәй, сәстәрен-сәскә бәйләй. Ғаиләлә, бәхеттәрен тулыландырып, улдары Ғәзинур үҫә, ул әле үк атаһының ҙур ярҙамсыһы, аттан ҡурҡмай, һыбай ултырырға ярата. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, киләсәктә Ғәзинурҙың да аттарҙы яратып, йылҡысылыҡты үҙ итеренә шик юҡ.

-  К. ИШБУЛДИНА

Йылайыр районы

Луиза Камил ҡыҙы көбөлә ҡымыҙ бешә
Луиза Камил ҡыҙы көбөлә ҡымыҙ бешә
Читайте нас: