Элmмира Мөхәмәтшинаны Яңауыл районында белмәгән кеше юҡтыр. Оҙаҡ йылдар Яңауыл телевидениеһында эшләй ул. Реклама агенты булып эш башлай һәм яңылыҡтар дикторына тиклем үҫә. Һуңғы йылдарҙа ул зәңгәр экрандан юғалып тора – үҙен балаларға бағышлай.
Эльмира менән Илдар дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Өлкәндәре Камилла — студент, дефектологҡа уҡый. Айнур — етди егет, математика менән ҡыҙыҡһына, ваҡытында Гагарин кубогының абсолют еңеүсеһе була. Алты йәшлек Нияз, гуманитар фәндәрҙе үҙ итә. Кеселәре Марсель өс йәшен тултырған, әле был донъяны өйрәнә генә.
Күптән түгел Мөхәмәтшиндар ҡаланың төньяҡ өлөшөндәге яңы иркен йортҡа күскән. Был беҙҙең хеҙмәттәшебеҙгә үҙен яңы өлкәлә һынап ҡарарға мөмкинлек бирә: Эльмира үҙ оҫтаханаһын булдырып, кейем тегеү менән мауығып китә. Сувенирҙар эшләй, сигеү менән шөғөлләнә. Шулай итеп, ғаиләһе һәм туғандарына үҙенсәлекле кейемдәр тегеп бирә ул.
Шәхси йортҡа күсеү уларға ғаилә ағзаларын арттырырға ла мөмкинлек бирә. Балалар һорағас, ике эт, ике бесәй ҙә алалар. Балалар яуаплылыҡ тойғоһон кисереп өйрәнергә тейеш тип һанай ата-әсә.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.