Йәмғиәт
9 Июля 2022, 12:00

"Башҡортостан - лидер төбәк"

Александр Сергеев: "Бында күп нәмәгә өйрәнергә, иҡтисади үҫеш һәм социаль өлкә, мәҙәни, тәбиғи мөхиттә етди тәжрибә тупларға була".

"Башҡортостан - лидер төбәк""Башҡортостан - лидер төбәк"
"Башҡортостан - лидер төбәк"

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев Бөрйән районында “Шүлгәнташ” музей комплексын асҡанда, Башҡортостан илдең интеллектуаль әһәмиәтле алдынғы төбәктәренең береһенә әйләнеп бара, тине.

“Рәсәй Фәндәр академияһында беҙ быға бик шатбыҙ, ошо процесс тиҙерәк барһын өсөн республикаға ярҙам итәсәкбеҙ. Башҡортостанды ил өсөн сәнәғәт йүнәлешле финанс яҡтан донор төбәк булараҡ ҡына түгел, ә интеллектуаль яҡтан да алдынғы итеп күрәбеҙ, һәм был бик мөһим”, – тине ул.

Уның фекере менән Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы вице-спикеры Константин Косачев та ризалашып, Башҡортостан финанс һәм сәнәғәт үҫеше яғынан ғына донор түгел, тине. “Мин мәсьәләнең финанс яғын түгел, ә республикалағы хәл-торошто күҙ уңында тотам. Улар бөгөн – лидер позицияһында. Бында күп нәмәгә өйрәнергә, иҡтисади үҫеш һәм социаль өлкә, мәҙәни, тәбиғи мөхиттә етди тәжрибә тупларға була.

Был матур урында, “Шүлгәнташ” комплексында, бер тамсы һыуҙағылай Башҡортостандың тарихи, тәбиғи һәм мәҙәни үҙенсәлеге сағыла. Һәм иң мөһиме – был өлкәләргә һеҙҙең ҡараштың үҙенсәлеге күренә.

Башҡортостан – Рәсәй лидерҙарының береһе. Бында эшләгән командаға - афарин! Иң мөһиме – быларҙы матур итеп башҡарған республика халҡына рәхмәт”, – тине Константин Косачев.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас