

Бөгөн “Шүлгәнташ” музей комплексын асыу тантанаһы барышында республиканың ғилми тармағы өсөн бик күп мөһим ваҡиғалар булды. Уларҙың тағы береһе тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.
“Мин “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тантанаһына йыйылған хөрмәтле ғилми йәмәғәтселек алдында Евразия күсмә цивилизациялары музейы концепцияһын тәҡдим итергә булдым. Беҙҙең ҡунаҡтар идеяны яҡшы ҡабул итте, фекерҙәре төплө.
Был музейҙы Шишмә районында булдырырға йыйынабыҙ. Уның нигеҙе булып Хөсәйенбәк менән Турахандың алтын урҙалы таш кәшәнәләре торасаҡ.
Был идея нисек барлыҡҡа килде? Беҙҙең еребеҙ тарихи мираҫҡа бай. Дин таратыусы Хөсәйенбәктең кәүҙәһе ятҡан урындағы кәшәнә Тамерландың ҡушыуы буйынса төҙөлгәне дәлилләнгән. Ғалимдар фекере буйынса, Ишембай районындағы Торатау тауы янында табылған ҡалҡан да Тамерландыҡы булған – бөйөк яулап алыусы уны башҡорт ҡәбиләһе башлығына бүләк иткән.
Алтын Урҙа ваҡытында әлеге Башҡортостан биләмәһе бик күп телдәр һәм мәҙәниәттәр өсөн “иретеү ҡаҙаны” булған. Бында, Көньяҡ Уралда, Европа менән Азия ҡушылған урында, бер-береһенә оҡшамаған тиҫтәләгән ҡәбилә йәшәгән. Бында күсмә халыҡтар үҙәге булған, беҙҙең ерҙәр аша төп сауҙа һәм карауан юлдары үткән.
Башҡорттар һәр ваҡыт күскенселәр менән дә, Евразияның ултыраҡ халҡы менән дә уртаҡ тел таба белгән. Һәм бөгөн беҙҙең маҡсат – музей проекты аша йәнә Европа менән Азияны, Көнбайыш менән Көнсығышты, боронғолоҡ менән бөгөнгөнө берләштереү.
Ҡасандыр Бөйөк Далала йәшәгән халыҡтарҙы яҡынлаштыра, кешелек үҫешендә Евразия күсмә цивилизацияһы өлөшөнә яңыса ҡарай алырбыҙ тип ышанам.
Был күсмә цивилизациялар музейы беҙгә бик кәрәк. Ул фәнде, туризмды үҫтереү йәһәтенән әһәмиәтле буласаҡ.
Һәм был идеябыҙ федераль кимәлдә лә ҡыҙыҡһыныу табыуына шатмын. Проектлауҙы башлайбыҙ”, – тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.