"Ҡулдар - ҡулда,
Күҙҙәр - күҙҙә,
Кәрәк түгел артыҡ һүҙ ҙә.
Эй Хоҙайым, теләгем бер:
Парлы ғүмер бир Һин беҙгә!"
Ошо йыр яңғыраған матур видеояҙма ҡуйылды "Бәйләнештә"ге "Солтанбәк-Айыҡ ауыл" төркөмөнә. "Ауылыбыҙға килен төштө!" - тип ҡыуана төпкөл халҡы. Видеояҙманан күренеүенсә, улар башҡорт туйындағы электән килгән матур йолаларҙы ихлас үтәй.
Ауылдарыбыҙға ошолай килендәр төшөп торһон, нәҫелдәр дауам итһен, тамырҙарыбыҙ нығынһын, изге төйәктәребеҙҙең киләсәге яҡты, ышаныслы булһын!
Фото: видеояҙманан скриншот (https://vk.com/id627218221).