Йәмғиәт
9 Июля 2022, 11:30

"Шүлгәнташ" асылды!

Был турала социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

"Шүлгәнташ" асылды!"Шүлгәнташ" асылды!
"Шүлгәнташ" асылды!

Бөгөн Башҡортостанда мөһим ваҡиға – Бөрйән районында “Шүлгәнташ” музей комплексы асылды. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

“Бөгөн хатта һауа торошо ла беҙгә теләктәш. Тирә-яҡ та бик матур. Ҡояш, Урал тауҙары, Ағиҙел йылғаһы һәм яҡында ғына – Шүлгәнташ мәмерйәһе. Ошондай матур мөхиттә беҙ тарихи-мәҙәни “Шүлгәнташ” музей комплексын астыҡ.

Был маҡсатҡа ҙур тырышлыҡ менән барҙыҡ. Әлеге музей комплексы – беҙҙең команданың, ғалимдарҙың ентекле, уйланылған, көсөргәнешле эш һөҙөмтәһе.

Шүлгәнташ мәмерйәһе – Башҡортостан ынйыһы, планетабыҙҙа кешелек цивилизацияһы барлыҡҡа килгән урындарҙың береһе. Был тарихи-мәҙәни комплекс – Рәсәйҙәге палеолит дәүеренең ҡая һүрәттәренә арналған берҙән-бер музей. Беҙҙең маҡсат – боронғо ата-бабаларыбыҙҙың үҙенсәлекле аманатын өйрәнеү һәм һаҡлау.

Комплексты булдырған саҡта иң заманса технологияларҙы һайланыҡ, шул уҡ ваҡытта сит илдәрҙәге ошоноң ише музейҙарҙы өйрәндек.

Күңел асыу объекты ғына түгел был, ә фән, мәҙәниәт, сәнғәт, тарихты өйрәнеү синтезы. Бында лаборатория булдырҙыҡ, унда тикшеренеүҙәр алып барыласаҡ. Киләсәктә бик күп асыш булыр тип ышанам.

Беҙҙең музей комплексы бөтә донъянан ғалимдарҙы йәлеп итер, йәштәр өсөн ғилми-мәғрифәт үҙәге булыр һәм, әлбиттә, Бөрйән районының иң матур урынын туристар өсөн тағы ла ылыҡтырғысыраҡ итер тип көтәбеҙ.

“Шүлгәнташ”ҡа рәхим итегеҙ!” – тип яҙҙы республика етәксеһе.

Фотолар Р. Хәбировтың сәхифәһенән.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас