Йәмғиәт
9 Июль 2022, 15:00

Ул - республикабыҙҙың йөрәге һәм күңеле!

Был музей барыбыҙҙы ла һоҡландырасаҡ әле.

Ул - республикабыҙҙың йөрәге һәм күңеле!Ул - республикабыҙҙың йөрәге һәм күңеле!
Ул - республикабыҙҙың йөрәге һәм күңеле!

9 июлдә Бөрйән районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Константин Косачев, Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев, илдең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Сара БДБ тарафынан иғлан ителгән, Рәсәйҙә тотороҡло үҫеш мәнфәғәтендә Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылы башланыу сиктәрендә үтте.

Төбәк етәксеһе республика халҡын яңы күп функциялы учреждение эшләй башлауы менән ҡотланы, уның Башҡортостанда ғилми һәм туристик инфраструктураны үҫтереүҙә әһәмиәте тураһында әйтте.

Радий Хәбиров саҡырылған ҡунаҡтарҙы, Беларусь, Монголия, Азербайжан, Ҡаҙағстан илдәренән килгән делегацияларҙы сәләмләне, килгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

– Беҙ был музейҙы оҙаҡ һәм ентекле төҙөнөк. Ата-бабаларыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни аманаты һәр кемгә барып етә алырлыҡ иттек. Был байрамды ҡәҙерле ҡунаҡтар менән бергә ҡаршылау бик һәйбәт, – тине ул. – Бөгөн беҙҙең Рәсәйҙә Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыуыбыҙ ҙа мөһим. Был ваҡиғала ҡатнашыр өсөн беҙгә Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан, Монголиянан алдынғы ғалимдар килде.

Радий Фәрит улы ҡунаҡтарға Шүлгәнташ мәмерйәһенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. “Беҙ бында кешелек цивилизацияһы барлыҡҡа килеү үҙәге булған тип иҫәпләйбеҙ. Был мәмерйә менән “Аҡбуҙат”, “Урал батыр” кеүек боронғо эпостар бәйле. Беҙҙең өсөн ул республикабыҙҙың йөрәге һәм күңеле”, – тине ул.

Билдәле булыуынса, мәмерйәнең ҡаяға төшөрлгән һүрәттәре галереяһын 1959 йылда ғалим Александр Рюмин асҡан.

– Беҙ был яңы музей илдең тарихи, мәҙәни һәм ғилми үҙәге булыр тип ышанабыҙ. Бында Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән делегациялар киләсәк, улар, ғалимдар әйтеүенсә, 17-нән 40 меңгә тиклем йыллыҡ тарихы булған үҙенсәлекле ижадты күрергә теләйәсәк, – тине ул. - Иң ҙур рәхмәт һүҙҙәрен төҙөүселәргә һәм Данир Ғәйнуллин етәкселегендәге ҙур коллективҡа еткерәм. Был музей комплексы проектын улар тормошҡа ашырҙы. Бөрйән районы халҡына ҙур рәхмәт.

Рәсәй Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Константин Косачев билдәләүенсә, яңы музей – кеше менән тирә-яҡ мөхиттең гармоник берләшеүенең сағыу өлгөһө.

– Бында беҙ кешелек цивилизацияһы тарихына мөрәжәғәт итәбеҙ. Ошондай ваҡыттарҙа киләсәк быуындарға рухи мираҫ ҡалдырыр өсөн ни тиклем күпте башҡарырға кәрәклеген аңлайһың. Уларға Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең һоҡланғыс тәбиғәтен, ата-бабаларыбыҙ аманатын ҡалдырыр кәрәк. Был музейҙы асыу менән бер рәттән тотороҡло үҫеш мәнфәғәтендә Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылы ла асылыуы бик ҙур символик мәғәнәгә эйә. Кисә был тантана Францияла – Париждағы ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында үтте, бөгөн беҙҙең илдә, Башҡортостанда үтә.

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев республиканы Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылының төп сараларын үткәреү өсөн төп төбәк итергә һәм уны 2023 йылда Башҡортостанда үтәсәк Рәсәй менән Беларусь төбәктәре форумында тамамаларға тәҡдим итте.

– Рәсәйҙә һәр ваҡыт фундаменталь фәндәр үҫешенә ҙур иғтибар бүлделәр. Яңыраҡ Рәсәй Фәндәр академияһы делегацияһы Башҡортостанда эш сәфәре менән булды, уның барышында Радий Фәрит улы беҙҙе яңы музей комплексы менән таныштырҙы. Шуға күрә был йыл тураһында идеялар менән уртаҡлашҡан саҡта, уны Башҡортостанда үткәрергә тигән ҡарар тыуҙы. Шүлгәнташ мәмерйәһе биләмәһе илебеҙҙең күп ғалимдарының иғтибарын йәлеп итә. Бынан тыш, был эске туризм өсөн дә бик яҡшы объект, был йүнәлеш әле илдә әүҙем үҫешә.

Радий Хәбиров уның тәҡдимен хупланы, республика Хөкүмәтенә Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылы саралары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев белдереүенсә, хәтер – беҙҙе кеше итә торған әйбер.

– Ә тарихи хәтер – беҙҙе халыҡ итә торған нәмә. Ата-бабалар, еребеҙ, тарих һәм традициялар тураһындағы хәтер беҙҙең берҙәмлекте нығыта, – тине ул. – Беҙ был ерҙә ғилми-белем биреү үҫеше йәһәтенән ҙур потенциал күрәбеҙ һәм унда ентекле ҡатнашырға ниәтләйбеҙ. Бик күпте эшләргә кәрәк, ә үҙгәрештәр әленән башланды. Яңы комплекс – бының сағыу миҫалы. Был ябай артефакттар һаҡланған урын ғына түгел, ә йәмғиәттең тарихи һәм мәҙәни йәһәттән белем алыуы синтезы.

Тантана һуңында Башҡортостан Башлығы “Шүлгәнташ” музей комплексын символик асыу үткәрҙе һәм был объекттағы таш плитәне бәреп төшөрҙө.

Артабан ҡунаҡтар музей экспозицияһын ҡараны. Ул үҙ эсенә ете тематик блокты индерә: “Таймлайн”, “Медиазал”, “Ҡаяға һүрәт төшөрөү сәнғәте”, “Археология”, “Тәбиғи-ғилми”, “Сохранение”, “Урал батыр эпосы”.

Музейҙың төп экспонаты – мәмерйәнең боронғо ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре йыйылмаһы репродукцияһы. Уны махсус заказ буйынса француз ғалимдары әҙерләгән.

– Шикһеҙ, музейҙың төп экспонаттары – мәмерйә һүрәттәренең күсермәһе. Беҙҙең залдарҙа теләгән һәр кем ваҡытта сикләнмәй, хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттарҙа боронғо рәссамдар эшен ҡарай ала, – тине “Шүлгәнташ” музей комплексы директоры урынбаҫары Николай Григорьев.

Экспозиция материалдарын күрһәтеүҙә интерактив технологиялар, заманса техник саралар киң файҙаланылған.

“Шүлгәнташ” музей комплексын төҙөү 2018 йылда башланған. Уның дөйөм майҙаны – дүрт мең квадрат метр. Комплекс Бөрйән районының Морат туғайы биләмәһендә, Шүлгәнташ мәмерйәһенән ике километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Был ғилми-тикшеренеү һәм мәғрифәт музейы, ул музей-ҡурсаулыҡтың төп офисы функцияһын үтәй.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас