Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2022, 16:30

Данир Ғәйнуллинға - Салауат Юлаев ордены!

"Ышанып тапшырылған киләһе проектыбыҙҙы тағы ла илһамланып, тырышып башҡарырбыҙ”, - тине ул.

Данир Ғәйнуллинға - Салауат Юлаев ордены!
Данир Ғәйнуллинға - Салауат Юлаев ордены!

Кисә Бөрйән районында асылған “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы өҫтөндә бик күп белгестәр эшләне. Әммә иң ҙур бурысты Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге һәм уның директоры Данир Ғәйнуллин атҡарҙы.  

– Иң ҙур рәхмәт һүҙҙәрен төҙөүселәргә һәм Данир Ғәйнуллин етәкселегендәге ҙур коллективҡа еткерәм. Был музей комплексы проектын улар тормошҡа ашырҙы, – тигәйне кисә был турала Радий Хәбиров.

Ошо эшмәкәрлеген баһалап, кисә Данир Әхмәҙи улына Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Был уңайҙан Д. Ғәйнуллин социаль селтәрҙәрендә тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

“Минең өсөн бик тулҡынландырғыс көн булды кисә: “Шүлгәнташ” музей комплексын асыу тантанаһы үтте. Иң ныҡ ғорурландырғаны – уның Башҡортостан тарихсылары һәм архитекторҙарының проекты булыуы. Донъя кимәлендәге музейҙарҙың тәжрибәһен өйрәнеп, беҙ ошонда Европанан ҡалышмаған комплекс төҙөргә тырыштыҡ. Саҡырылған ҡунаҡтарҙың оҡшатыуына ҡарағанда, маҡсатыбыҙға өлгәштек һымаҡ.

Тағы ла ҙур шатлығым менән уртаҡлашҡым килә. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Был минең генә түгел, ошо проектты ғәмәлгә ашырған ижади команданың эшенә ҙур баһа. Башҡортостанды Рәсәй, донъя кимәлендә танытҡан музейҙы милли батырыбыҙ исемендәге орден менән баһалау оло ҡыуаныс булһа ла, награданы аванс булараҡ ҡабул иттем. Радий Фәрит улы сара барышында республикала яңы проект – Евразия күсмә цивилизациялары музейы өҫтөндә эш башланыуы тураһында иғлан итте һәм уны беҙҙең командаға ышанып тапшырҙы.

“Шүлгәнташ” проекты өҫтөндә эшләгән белгестәребеҙ ҙә Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары алды. Эшебеҙҙе күрә белгән, баһалаған республика етәкселегенә, шәхсән Радий Фәрит улы Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Юғары награда алғас, киләһе проектыбыҙҙы тағы ла илһамланып, тырышып башҡарырбыҙ”, – тип яҙҙы Данир Ғәйнуллин.

Ихлас ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

"Башҡортостан" гәзитендә Данир Әхмәҙи улы менән сыҡҡан әңгәмәне ошо һылтанма буйынса инеп уҡырға мөмкин: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-07-08/sh-lg-ntash-a-r-him-itege-2867359 

Фото: https://vk.com/danir1970

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: