

9 июлдә Бөрйән районының “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Көнсығышҡа боролош” халыҡ-ара ғилми-технологик хеҙмәттәшлектең Евразия векторы” пленар сессияһында ҡатнашты. Көн тәртибенә ярашлы, төбәк етәксеһе Евразия күсмә цивилизациялар музейы проекты менән таныштырҙы.
Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында “Шүлгәнташ” музей комплексын асыуҙың донъяуи әһәмиәтен билдәләне.
– Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2022 йылды Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылы тип иғлан итте, һәм Башҡортостан “Шүлгәнташ” музейын асыуҙы тап шуға арнаны. Шул рәүешле беҙ ил Президенты Владимир Владимирович Путин иғлан иткән Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы сараларына старт бирәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Нәҡ фән беҙҙең көндәрҙә Рәсәйҙе тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә тотороҡло үҫеште тәьмин итеүсе этәргес көскә әйләнә. Ғалимдар менән бергә Евразия үҫеш векторын, Көнсығышҡа боролош тураһында һөйләйбеҙ – бөгөнгө фекер алышыу тап шулай атала. Уны Европа менән Азия тоташҡан ерҙә – яңы “Шүлгәнташ” музей комплексында үткәреүебеҙ символик мәғәнәгә эйә.
Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Константин Косачёв Рәсәй парламентының юғары палатаһы спикеры Валентина Матвиенконың сәләмләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.
“Ил Президенты Владимир Путиндың илебеҙҙә Фән һәм технологияларҙың ун йыллығын иғлан итеүе, шулай уҡ Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыу – фән донъяһында ҙур ваҡиға, – тип билдәләнә сәләмләү хатында. – Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыу урыны ла осраҡлы түгел. Башҡортостанда ғилми проекттар әүҙем тормошҡа ашырыла. “Көнсығышҡа боролош” халыҡ-ара ғилми-технологик хеҙмәттәшлектең Евразия векторы” пленар сессияһын үткәреү илдә ғилми фекерҙе нығытыуға, Рәсәй иҡтисадын яңыртыуға булышлыҡ итәсәк".
Башҡортостанда үткәрелгән ғилми форумға Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев юғары баһа бирҙе.
– Көнбайышта күптәр Рәсәйҙе бөтә халыҡ-ара процестарҙан һәм ғилми ойошмаларҙан сығарырға теләй, ләкин был мөмкин түгел. Ысын фәнде директив алымдар менән туҡтатып булмай, – тине ул. – Бына бөгөнгө Башҡортостандағы ваҡиға ла – ул мәҙәни кодты меңәрләгән йылдар тарих массивтары аша тапшырыу. Республика етәкселегенә әлеге ваҡиғаларға тиклем үк Урал тауҙары төпкөлөндә тарихи-археология фәне ынйыһын – дөйөм Рәсәй йортоноң үҙенсәлекле прототибын төҙөй башлағандары өсөн ҙур рәхмәт.
Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ватан фәнен яҡлауға йүнәлтелгән яңы закон проекттары хаҡында һөйләне.
– Рәсәй Фәндәр академияһы менән берлектә Федерация Советы Төбәк сәйәсәте буйынса совет ойошторорға ҡарар итте, уның тәүге ултырышын илебеҙ фәне бишегендә – Санкт-Петербургта, икенсеһен Өфөлә үткәрҙек, – тине Лилиә Ғүмәрова. – Хәҙер беҙ Рәсәйҙә генетик асыштарҙы үҫтереү буйынса эшкә әүҙем тотондоҡ. Тәүге уҡыуҙа беҙҙең мәғлүмәттәрҙе Рәсәйҙә һаҡлау өсөн (ә хәҙерге кеүек сит илдә түгел) ватан генетик технологиялар базаһын булдырыу буйынса закон проекты үтте. Тап ошо Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы белем һәм оҫталыҡтың ҡеүәтен үҫтереү өсөн мөмкинлек булдыра.
Пленар сессияла сит ил ҡунаҡтары ла сығыш яһаны. Беларусь Республикаһы Милли фәндәр академияһының Аэрокосмос эшмәкәрлеге идаралығы начальнигы Пётр Витязь Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы союздаш дәүләте ғалимдары араһында кооперация бәйләнештәрен үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне.
– Беларусь Фәндәр академияһы Рәсәйҙең 24 төбәгенән коллегалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостан тәжрибәһе беҙгә айырыуса ауыл хужалығы һәм авионика өлкәһендә ҡыҙыҡлы, – тип билдәләне Пётр Витязь.
Монголия Фәндәр академияһы Археология институтының ғилми секретары Эрдэнэ-Очир Насан-Очир Монголия Фәндәр академияһы президенты Дугэрийн Рэгдэлдың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе. Унда Башҡортостандың “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексын булдырыу, асыу тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһыныу билдәләнгән.
– Монголияла шулай уҡ аҙ өйрәнелгән боронғо петроглифлы мәмерйәләр бар, уларҙы һаҡларға, ентекле өйрәнергә кәрәк. Шуға күрә һеҙҙең ғилми-ғәмәли тәжрибәгеҙ Монголия өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, – тип йомғаҡ яһаны Эрдэнэ-Очир Насан-Очир.
Рус география йәмғиәте башҡарма директоры урынбаҫары Сергей Корлыханов ғилми тикшеренеүҙәр һәм туризмды үҫтереү симбиозының мөһимлеген билдәләне.
– Рус география йәмғиәте археология ҡомартҡыларын һаҡлауға, өйрәнеүгә, тикшеренеү туризмын популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтергә әҙер. Башҡортостан бөтә төбәктәргә лә эштең дөрөҫ йүнәлеше өлгөһөн күрһәтә, – тине Сергей Корлыханов.
Фәнни-популяр туризмды үҫтереү идеяһын журналист, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Тимофей Баженов хупланы.
– Ысын сәйәхәтсе пляжда ял итмәй. Был, тәү сиратта, тикшеренеүсе. “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни үҙәген асыу һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Евразия күсмә цивилизациялар музейын ойоштороу буйынса пландары йәмғиәтебеҙҙе тура һәм күсмә мәғәнәлә һауыҡтырыуға йүнәлтелгән, – тине Тимофей Баженов.
“Минең планета” телеканалының баш мөхәррире Николай Табашников Шүлгәнташ тураһында популяр фильм төшөрөргә тәҡдим итте.
– Күрше боронғо ҡомартҡыны – Арҡайым төбәген популярлаштырыу йәһәтенән яҡшы өлгө бар. Көньяҡ Урал үҙендә байтаҡ серҙәр һаҡлай, һәм беҙ бөтә донъяға улар тураһында һөйләргә әҙербеҙ, – тине Николай Табашников.
Ҡаҙағстандың рәссам-реставраторы Ҡырым Алтынбәков “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексының асылыуын мәмерйәнең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрен һаҡлауҙы хәл итеү өсөн берҙән-бер мөмкинлек тип атаны.
– Күмәк туристар мәмерйәлә булғанда ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе юҡ итә. Шул уҡ ваҡытта Шүлгәнташ мәмерйәһенең тарихи мираҫын кешеләрҙән ябыу уны онотоуҙы аңлата ине. Шуға күрә был заманса музейҙы – мәмерйә күсермәһен – асыу күршелә яңы туристарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк һәм тикшерелмәгән тарих ҡатламдарының офоҡтарын фәндән япмаясаҡ, – тип билдәләне ул.
Пленар сессия аҙағында Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьевты, шулай уҡ Мәҙәниәт министрлығының Мәҙәни мираҫты дәүләт һаҡлауы департаменты директоры Роман Рыбалоны Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләне.
Радий Хәбиров ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле фекер алышыу өсөн рәхмәт белдерҙе һәм 11 октябрҙә, Республика көнөндә, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу тантанаһында ҡатнашырға саҡырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.