Йәмғиәт
10 Июль 2022, 14:30

Радий Хәбиров - бәхет нигеҙе хаҡында

"Иң мөһиме – ҡатынығыҙҙы, балаларығыҙҙы, туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы ихтирам итегеҙ һәм яратығыҙ. Ысын ир-егет булығыҙ".

Радий Хәбиров - бәхет нигеҙе хаҡындаРадий Хәбиров - бәхет нигеҙе хаҡында
Радий Хәбиров - бәхет нигеҙе хаҡында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәргә сираттағы яҙмаһын ҡуйып, ҡыҙыҡлы йорт ҡағиҙәләре менән уртаҡлашты. 

"Кисә “Шүлгәнташ”та бик шәп сара, ғилми-ғәмәли конференция ойошторҙоҡ, ғалимдар бик күп булды. Мин, әйткәндәй, оҙаҡ йылдар эсендә тәүге тапҡыр күсмә цивилизациялар музейы тураһында доклад яһаным, күптән бындай сығыштарым булмағайны.

Ә бөгөн ғаиләм менән бер аҙ ял итеп алырға булдым. Беҙ иҫ киткес урында. Һәм йорт ҡағиҙәләрен ҡарағыҙ. Ошо ҡағиҙәләр менән йәшәһәгеҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Иң мөһиме – ҡатынығыҙҙы, балаларығыҙҙы, туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы ихтирам итегеҙ һәм яратығыҙ. Ысын ир-егет булығыҙ.

Барығыҙға ла яҡшы ял көндәре!" - тип яҙҙы ул. 

Фото, видео Р. Хәбировтың сәхифәһенән.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас