

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сираттағы яҙмаһында ял көндәрендә лә эшләүен хәбәр итте.
"Ял көндәре дауам итә, ләкин республика Хөкүмәтенең ял көндәре булмай, беҙ һәр саҡ эшләйбеҙ, - тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә. - Бөгөн кәңәшмәлә Мариуполь ҡалаһын тергеҙеүгә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен тикшерәсәкбеҙ. Республиканың быға мохтаж булған төбәктәргә һәр саҡ ярҙам итергә тырышыуын беләһегеҙ, беҙ ситтә ҡалмайбыҙ һәм кәңәштәр, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән саҡтарҙа ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Был - төбәк Башлығының Хөкүмәт башҡарған позицияһы.
Шулай уҡ Абхазия Президенты Аслан Георгиевич етәкселегендәге делегация килеүенә әҙерләнәбеҙ. Яҡшы дуҫтарҙы күреү һәм уларҙы үҙебеҙҙә ҡабул итеү - беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Беҙ ҡунаҡтарға республиканың ҡеүәтен күрһәтәсәкбеҙ».
Фото һәм сығанаҡ: t.me/agnazarov/365