Йәмғиәт
11 Июль 2022, 09:30

"Ҡондоҙ" һәм уның өйрәнсектәре менән танышығыҙ

"Әгәр үҙ эшегеҙҙе башларға теләгегеҙ булһа, беренсе аҙым - район хакимиәтенә шылтыратығыҙ һәм «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә яҙылығыҙ. Унда һеҙҙе район башлыҡтары һәм бизнес-шерифтар көтә".

"Ҡондоҙ" һәм уның өйрәнсектәре менән танышығыҙ"Ҡондоҙ" һәм уның өйрәнсектәре менән танышығыҙ
"Ҡондоҙ" һәм уның өйрәнсектәре менән танышығыҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәргә сираттағы яҙмаһын ҡуйып, бары мауығыуҙан башланған шөғөлдөң артабан яратҡан эшкә әүерелеүе хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты. 

"Был яҙма - хобби тураһында, ул дөрөҫ ярҙам итеү арҡаһында яратҡан эшебеҙгә әүереләсәк. Александр Бекетов,  "Ҡондоҙ" («Бобёр») - Балаҡатай районы оҫтаһы. Барыһы ла ағасты һырлап биҙәү менән мауығыуҙан башлана. Һуңынан яңы идеялар тыуа.

Быйыл февралдә үҙ районындағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә Александр «Мин үҙем булдырам» проектын - балалар өсөн ағастан эшләнгән үҫеш конструкторҙар производствоһын тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә уға документтар әҙерләргә һәм уйынсыҡтар әҙерләү өсөн өҫтәмә ҡорамалдар һатып алыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам иттеләр. Республикала уйланылған ярҙам саралары яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙе лә күҙ уңында тота.

Һөҙөмтәлә Александр Бекетов Яңы Балаҡатай ауылында «Ҡондоҙ» балалар ағас эше мәктәбен асты һәм хәҙер йәш балаҡатайҙарҙы үҙ ҡулдары менән уйынсыҡтар эшләргә өйрәтә.

Александрға һәм үҙ эшен башлаған кешеләргә уңыштар теләйем. Әгәр үҙ эшегеҙҙе башларға теләгегеҙ булһа, мотлаҡ рәүештә алға барырға кәрәклеген иҫкә төшөрәм. Беренсе аҙым - район хакимиәтенә шылтыратығыҙ һәм «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә яҙылығыҙ. Унда һеҙҙе район башлыҡтары һәм бизнес-шерифтар көтә.

Фото һәм сығанаҡ: Р. Хәбировтың сәхифәһенән.

"Ҡондоҙ" һәм уның өйрәнсектәре менән танышығыҙ
"Ҡондоҙ" һәм уның өйрәнсектәре менән танышығыҙ
"Ҡондоҙ" һәм уның өйрәнсектәре менән танышығыҙ
Автор:Карима Усманова
Читайте нас