Йәмғиәт
11 Июля 2022, 15:30

Ҡыҙ үҙе лә ғәйепле

Күҙ алдында машинаһын алып киткәндәр...

Ҡыҙ үҙе лә ғәйеплеҠыҙ үҙе лә ғәйепле
Ҡыҙ үҙе лә ғәйепле

Үткән йәкшәмбелә Федоровка ауылында хужаһының күҙ алдында машинаны урлап ҡасҡандар, тип хәбәр итә "Башинформ".

Хәл былай булған: 19 йәшлек ҡыҙ машинаһының ишеген бикләмәйенсә магазин алдында ҡалдырған. Етмәһә, асҡыстары ла эстә булған. Тиҙ генә инеп сығыу урынына, магазинда танышын осратып, гәп һатып торғандар. Бер ваҡыт машина ҡабыҙған тауыш ишетеп ҡала ҡыҙ, үҙенеке икәнлеген аңлап, йүгереп бара. Әммә руль артына инеп ултырған ир уға иғтибар ҙа итмәй, ҡуҙғалып китә. Ҡыҙҙың бәхетенә, эргәнән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре үтеп барған була. Ҡыҙ хәлде аңлатып бирә. Был ваҡытта уғры Стәрлебаш яғына юлланған була инде. Уға ҡаршы оператив төркөм сыға. Һөҙөмтәлә машина табыла, урлаусы тотола: ул 40 йәшлек иҫерек ир, бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән. Әле үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған.

Һәр осраҡта иғтибарлы булайыҡ!

Фото: Drive 2

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас