+21 °С
Болотло


12 июлдә Өфөгә эш сәфәре менән Абхазия Республикаһы Президенты Аслан Бжания килде. Өфө аэропортында уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.
Баш ҡалала Абхазия Президенты бер нисә сәнәғәт предприятиеһын һәм социаль объекттарҙы ҡараясаҡ.
Сәфәр барышында республика Башлығы Радий Хәбиров менән рәсми осрашыу, Башҡортостандың һәм Абхазияның иҡтисади, инвестиция, туристик ҡеүәте менән таныштырыу ҡаралған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.