Йәмғиәт
12 Июль 2022, 16:15

Хәҙер ҡыуанып ҡарайбыҙ!

Күп функциялы үҙәктә кешеләргә ҡырҡ минут көтөргә тура килә ине...

Хәҙер ҡыуанып ҡарайбыҙ!Хәҙер ҡыуанып ҡарайбыҙ!
Хәҙер ҡыуанып ҡарайбыҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Күп функциялы үҙәктәр эшмәкәрлеге тураһында яҙҙы. 

"Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы вазифаһында эшләй башлаған йылда уҡ күп функциялы үҙәктең эшенә ялыуҙар иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булды: төндән алып биләгән ҙур сираттар, ойоштороу техникаһының етмәүе, уңайһыҙ биналар һәм башҡалар. Хеҙмәт алыр өсөн кешеләргә ҡырҡ минут көтөргә тура килә ине. Әлбиттә, улай булырға тейеш түгел. Яйлап был хәлде төҙәттек.

Өс йыл эсендә ғәйәт ҙур юл үтелде. Уртаса көтөү ваҡыты ике минутҡа тиклем ҡыҫҡарҙы. Республика бюджеты иҫәбенә 57 офисты ремонтланыҡ, шуларҙың 27-һе – капиталь ремонт. 46 яңы хеҙмәтләндереү тәҙрәһе асылды, хәҙер улар республиканың бөтә райондарында һәм ҡалаларында - 1329. Күп функциялы үҙәк офистары мөмкинлектәре сиклеләргә лә уңайлы булһын өсөн эшләүҙе дауам итәбеҙ, унда килгәндәрҙең барыһына ла оҡшарға тейеш.

Беҙ өҙлөкһөҙ хеҙмәтләндереүҙәр сифатын яҡшыртыу һәм иҫәбен арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ - күп функциялы үҙәктә яңынан-яңы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күберәк күрһәтергә тырышабыҙ. Һәр кемде Күп функциялы үҙәк офистарында хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә рәсмиләштереү мөмкинлеге менән тәьмин итергә тырышабыҙ. Бының өсөн яңыраҡ күп функциялы үҙәктең дүрт офисында ҡулланыусылар оҙатыуы секторҙары барлыҡҡа килде. Уларҙа хеҙмәтте Дәүләт хеҙмәттәре порталы, шулай уҡ видеобәйләнеш аша республиканың алты ведомствоһында үҙаллы юлларға мөмкин.

Биш офиста постаматтар ҡуйылған, унда ғариза биреүселәр ячейканан әҙер документтарҙы алыу мөмкинлегенә эйә – хеҙмәтләндереү тәҙрәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Әйткәндәй, уларҙың Телеграмда @mfc02_bot чат-боты эшләй башланы. Уның ярҙамында офистарҙың адресын, эш графигын аныҡларға, эштең статусын белергә, ҡабул итеүгә яҙылырға йәки алдан яҙылыуҙы ғәмәлдән сығарырға мөмкин.

Киләсәктә күп функциялы үҙәк нигеҙендә дәүләт хеҙмәттәрен оптималләштереү үҙәген булдырыу күҙаллана. Уның составына власть органдары вәкилдәре инәсәк, ул дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр халыҡҡа тағы ла яҡыныраҡ, ә уларҙы тағы ла тиҙерәк алыу мөмкинлеге булһын өсөн эшләйәсәк", - тип яҙҙы республика Башлығы. 

Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһе.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас