

Күңелһеҙ яңылыҡ еткерәбеҙ. Бөгөн Өфө ҡалаһының элекке мэры, мәрхүм Өлфәт Мостафиндың әсәһе Миләүшә инәй вафат булған. Был турала Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы, Өлфәт Мостафиндың дуҫы Риф Йосопов социаль селтәрҙәр аша хәбәр итә.
“Бөгөн Өлфәт Мансур улының әнейенең, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере өҙөлдө. Минең өсөн был ҙур юғалтыу, сөнки Миләүшә апай беҙҙең – улының дуҫтары өсөн Әсәй кеүек ине: ул беҙҙе ныҡ яҡын күрҙе.
Әле күптән түгел уны 90 йәшлек юбилейы менән ҡотлағайныҡ, тыуған ауылында Өлфәт Мостафиндың иҫтәлегенә бергә мемориаль таҡтаташ асҡайныҡ. Ә үткән аҙнала мин уны Ҡорбан ғәйете менән тәбрикләп, хәлен белеп ҡайтҡайным. Ул һәр ваҡыт дингә, ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро булды.
Арабыҙҙан китеп барһа ла, уның хикмәтле вәғәздәре мәңгегә иҫтә ҡалды – көслө булырға, бирешмәҫкә. Миләүшә апай һуңғы минутҡа тиклем рухлы булды: бер ҡасан да ауырлыҡтарҙан ҡурҡманы, был сынығыу уға үҙ ваҡытында бик күп һынауҙарҙы үтергә ярҙам итте. Эй, ҡатмарлы тормыш юлдары", - тип яҙҙы Риф Йосопов.
Мәрхүмәнең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Йәне Йәннәттә булһын!
Фото: Р. Йосоповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.