Стәрлетамаҡта беренсе тапҡыр "ҠалаТуй-2022" байрамы уҙғарылды. Ул Ҡорбан ғәйете мәленә тура килде.
Байрам мәсеттәрҙә ғәйет намаҙы уҡыуҙан башланып китте. Ҡала халҡы фәҡирҙәрҙең, ауырыуҙарҙың хәлен белеп, саҙаҡалар өләште. Унан Стәрлетамаҡтағы иң ҙур мәсеттәрҙең береһе "Мөхәммәтсәлим" биләмәһендә "ҠалаТуй-2022" гөрләне. Уны уҙғарыуға фатиха биргән етәкселәр - Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизовҡа, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы мосолмандары имам-хатибы Ришад хәҙрәт Рафиҡовҡа, урындағы абруйлы диндар Салауат Яппаровҡа, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлингә ҙур рәхмәт!
"Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым! Һәр эшебеҙҙә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә насип итһен. Стәрлетамаҡта мәҙрәсәбеҙ эшләп килә, тиҙҙән дүртенсе мәсет төҙөлөп бөтәсәк, иншаллаһ. Дин булған ерҙә һәр ваҡыт тәртип. Уны киләсәк быуындарға лайыҡлы тапшырырға ынтылайыҡ", - тине үҙ сығышында Айнур Бирғәлин.
"Ҡалатуй-2022" байрамы төрлө милләттәрҙе бергә тупланы. Уларҙың ялан буйлап теҙелеп киткән сағыу тирмәләре күҙҙең яуын алып торҙо. Нәҡ уларҙа боронғобоҙ һаҡлана, тарихыбыҙ, йолаларыбыҙ, ғѳрѳф-ғәҙәттәребеҙ сағыла. Әлеге байрамда ла халыҡ Стәрлетамаҡта йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең тирмәләрендә айырым кѳнкүреш, йәшәйеш үҙенсәлектәре, йолалар, ғѳрѳф-ғәҙәттәр менән таныша алды. Был иман, дуҫлыҡ, берҙәмлек байрамында үзбәктәр былау менән һыйланы, әрмәндәр шешлек тәҡдим итте, ҡаҙаҡтар тирмәһендә үҙҙәренең милли аш-һыуы ҡуйылғайны.
Ҡорбан ғәйете быйыл "ҠалаТуй" менән ҡушылып, оло рух байрамына әүерелде. Бигерәк тә Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙың - "Әс-сәләм" гәзите мөхәррире, шағирә Зөлфиә Ханнанованың, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Алһыу Бәхтиева һәм Радик Динәхмәтовтың сығыштары күңелдәргә хуш килде. Алһыу Бәхтиеваның дәртле йырҙарына ҡушылып, Стәрлетамаҡ ҡалаһының оло әбей-бабайҙары ла бейергә төшөп китте. Шулай уҡ Өфөнән саҡырылған алып барыусылар - Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлбинә Сафуанова һәм "Юлдаш" радиоһынан Йәмил Ишмөхәмәтов балаларҙы ла, ололарҙы ла төрлө уйындарға йәлеп итте.
Байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң майҙанда бер-бер артлы спорт ярыштары башланды. Шулай итеп, "ҠалаТуй-2022" гөрләп үтте. Бындай байрамдар киләсәктә лә үткәрелер тигән ышаныстабыҙ.
Фотолар: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмө.