Йәмғиәт
12 Июля 2022, 15:00

Әсәйҙәрҙең яҙмышы шундай...

"Фотоны ҡыҙым Гәлсәр менән улым Уралға күрһәтермен һәм яҡшы олатай була алыуымды дәлилләрмен”, – тип яҙҙы депутат.

Әсәйҙәрҙең яҙмышы шундай...Әсәйҙәрҙең яҙмышы шундай...
Әсәйҙәрҙең яҙмышы шундай...

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров социаль селтәрҙәрҙә аэропортта үҙе менән булған хәл тураһында яҙҙы. 

“Бөгөн, самолетҡа һуңлай яҙып, аэропортҡа йүгереп индем һәм теркәү өҫтәленә барҙым. Ҡараһам, йәш ҡатын тора, ҡулында - бәләкәй сабый, янында биш йәшлек икенсеһе. Бер нисә сумкаһы, рюкзактары бар, үҙе документтарын табырға маташа. Мин инерция буйынса янына барҙым һәм ярҙам тәҡдим иттем, баланы, сумкаһын алдым. Ҡатын миңә ҡараны ла балаһын бирҙе. Документтарҙы теркәгәнсе, контроль үткәнсе һәм самолетҡа ултырғансы сабый ҡулымда булды.

Ҡатындың һорауы буйынса, аҙаҡ иҫтәлеккә фотоға төштөк. Баҡһаң, ул Сибайҙан. Мине шунда уҡ таныған, шуға ла балаһын ышанып тапшырған икән. Татарстанға шифаханаға китеп барыуҙары. Йәш әсә менән балаларға яҡшы ял теләйек!

Ә мин үҙемдең әсәйемде иҫкә төшөрҙөм. Ул да бәләкәй балалары, сумкалар менән машиналарға эләгеп дауаханаға, шулай уҡ Мораҡ, Мәләүез, Күмертау баҙарына йомортҡа һатырға йөрөгән. Әсәйҙәребеҙҙең яҙмышы бына шундай. Аллаһ Тәғәлә уларға ҡартайған көнөндә балаларынан һәм ейән-ейәнсәрҙәренән хөрмәт, ҡәҙер күрергә насип итһен.

Ҡулымдағы был бәләкәй ҡыҙҙың исеме - Раушания. Фотоны ҡыҙым Гәлсәр менән улым Уралға күрһәтермен һәм яҡшы олатай була алыуымды дәлилләрмен”, – тип яҙҙы Зариф Байғусҡаров.

Фото: З. Байғусҡаровтың сәхифәһе.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас