

Бөгөн, 13 июлдә, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһында “Яҡшы күршелек: үҙеңдең йортоң һәм биләмәңә идара итеү” темаһына "түңәрәк өҫтәл" үткәрелде. Модераторы - республикала территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡ үҫеше, йорттарға, биләмәләргә һөҙөмтәле идара итеү мәсьәләләре тикшерелде. Республика Йәмәғәт палатаһының граждандар хоҡуғын һәм иркен яҡлау, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү, йәмәғәт контроле һәм йәмәғәт советтары менән бәйләнеш буйынса комиссия ағзаһы Рита Некрасова.
Төп спикер булып “Яҡшы күршеләр” Бөтөн Рәсәй проекты етәксеһе, йыл һайын уҙғарылып килгән “Халыҡ-ара күршеләр көнө” Бөтөн Рәсәй акцияһы координаторы, Юғары иҡтисад мәктәбе милли тикшеренеү университетының ғилми хеҙмәткәре Сергей Кузнецов булды. Шулай уҡ "түңәрәк өҫтәл"дәге һорауҙарҙы тикшереүҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты штабының Башҡортостандағы координаторы Гөлнара Мәғәсүмова, “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берекмәләре советы” муниципаль берекмәләр ассоциацияһы менән эшләү буйынса бүлек начальнигы Ирина Кәбирова, “Башҡортостан Републикаһының торлаҡ милекселәре ассоциацияһы” йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе Павел Носков, “Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара Советы” Башҡортостан төбәк ойошмаһы советы рәйесе, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко һәм башҡалар ҡатнашты.
“Яҡшы күршеләр” - Рәсәй проекты, уның авторҙары булып унда йәшәүселәр тора. Яҡшы күршеләр бер-береһе менән нисек йәшәй, һөҙөмтәле эшләй - беҙ ил буйынса ошо турала ҡыҙыҡлы тәжрибәләр туплайбыҙ. Аҙаҡ улар менән онлайн һәм оффлайн рәүештә башҡа төбәктәр менән бүлешәбеҙ. Калининградтан алып Владивостокка тиклем, Ямалдан Ҡырымғаса төрлө тәжрибәләр йыябыҙ. Минең бурысым күберәк – менеджерлыҡ эше менән бәйле”, - тине Сергей Кузнецов.
“Яҡшы күршеләр” “Грамоталы ҡулланыусы мәктәбе” һәм “Территориаль йәмәғәт үҙидараһы”ның төрлө ассоциациялары менән хеҙмәттәшлек итә. Төп маҡсат – яҡшы күршелек буйынса уңышлы тәжрибәләрҙе асыҡлау һәм күбәйтеү, аныҡ һөҙөмтә биргән был тәжрибәгә уҡытыу, яҡшы күршелек тематикаһын барлыҡ Рәсәйҙә үҫтереү.
Баш ҡала эксперты әйтеүенсә, быйыл Башҡортостан тәүгеләрҙән булып Халыҡ-ара күршеләр көнөн уҙғарыуға ғариза бирҙе, һәм май айында был көнгә арнап йөҙләгән сара уҙғарылды. Дөйөм алғанда, яҡшы күршелек темаһы беҙҙең өсөн ят түгел, 2016 йылда Сергей Кузнецов Мәскәүҙән килеп ошо темаға арналған "түңәрәк өҫтәл"дәрҙә ҡатнаша.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы майҙансығында әлеге сара беренсе тапҡыр үтте. Быға тиклем уны республиканың коммерцияға ҡарамаған айырым ойошмалары уҙғарҙы. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы үҫешенең Йәмәғәт фонды һәм башҡалар. Был “Максимовка” территориаль йәмәғәт үҙидараһы эшендә лә ыңғай сағылыш тапты. Уның етәксеһен бар Рәсәйҙә беләләр, тип республиканың торлаҡ милекселәре ассоциацияһы эшенә лә ыңғай баһа бирелде.
“Мин был сараларҙың һөҙөмтәһен, үҙгәрештәрҙе күрәм. Йорттар менән идара итеүҙе үҫтереү өлкәһендә үҫешмәгән башҡа төбәктәр бар”, - тине Рәсәйҙә яҡшы күршелек амбассадоры. – Башҡортостанға килгәндә, һеҙҙең йәмәғәтселәр һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар үҙҙәренең бәләкәй донъяһында йәшәгән һымаҡ һәм улар беҙ аҙ ябыҡ, шуға барлыҡ Рәсәй йәмәғәтселегенә үҙҙәренең тәжрибәләре менән бик бүлешмәй. Мин уларҙы беҙҙең һәм территориаль йәмәғәт үҙидараһы университеты менән хеҙмәттәшлек итергә, үҙҙәренең тәжрибәһен социаль селтәр йәки сайтҡа ебәрергә саҡырам. Беҙ был тәжрибәне артабан да таратасаҡбыҙ".
Әйтергә кәрәк, Сергей Кузнецов менән Өфөлә киләһе осрашыу быйыл сентябрь-октябрь айында уҙғарыласаҡ.
Фото: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы.