Йәмғиәт
13 Июль 2022, 16:30

Беҙҙең тәжрибә Абхазияла ла файҙаланыласаҡ

Радий Хәбиров менән Аслан Бжания - Республикаға идара итеү үҙәгендә.

Беҙҙең тәжрибә Абхазияла ла файҙаланыласаҡБеҙҙең тәжрибә Абхазияла ла файҙаланыласаҡ
Беҙҙең тәжрибә Абхазияла ла файҙаланыласаҡ

Абхазия Президенты Аслан Бжания Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгендә булды.

Уның эшмәкәрлеге тураһында республика Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская һөйләне. Әйтеүенсә, кире бәйләнеш системаһына мөрәжәғәт иткәндәрҙең барыһы ла һорауҙарына яуап ала.

Социаль селтәрҙәр аша республикала йәшәүселәр етәкселеккә туранан-тура һорау биреү, ә етәкселәргә граждандарҙың проблемалары нисек хәл ителеүен белеп тороу мөмкинлеге бирелгән.

“Инцидент менеджмент” мәғлүмәт системаһы социаль селтәрҙәрҙәге комментарийҙарҙы һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ” платформаһын күҙәтә.

Радий Хабиров республикала халыҡтың мөрәжәғәттәренә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне. Әлеге һөҙөмтәле инфраструктура кире бәйләнеште анализлап, уның нигеҙендә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә.

Йәйгеһен үҙәк белгестәре республикала рәсми асылған 117 пляждағы хәл-торошто ла күҙәтә. Һыу ятҡылыҡтары янында 138 майҙансыҡ эшләү ҡаралған. Был Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында иң юғары күрһәткес.

“Беҙҙең өсөн был ҡыҙыҡлы. Абхазия халҡының мәнфәғәтен яҡлар өсөн мотлаҡ һеҙҙең технологияларҙы файҙаланасаҡбыҙ”, - тине Абхазия Президенты Аслан Бжания.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас