

13 июлдә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания йәштәр ойошмалары лидерҙары, арт-кластер вәкилдәре, йәш эшҡыуарҙар клубы ағзалары, мәктәп, студент үҙидаралығы әүҙемселәре менән осрашты.
Башҡортостан Башлығы йәштәр сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне, студенттарға ярҙам, патриотик тәрбиә өлкәһендәге эштәр тураһында һөйләне. Шулар иҫәбендә - “Йәшлек House”, “Йәшлек регион” муниципаль йәштәр үҙәктәрен яңыртыу программаһы, Өфөлә урынлашҡан донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәге, Шишмә районындағы “Патриот” хәрби-патриотик мәҙәни һәм ял паркы эшмәкәрлеге. “Башҡортостан – йәштәр төбәге, унда 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге бер миллион кеше йәшәй. Был күрһәткес буйынса беҙ Волга буйы федераль округында беренсе, илдә етенсе урында торабыҙ. Йәштәр беҙҙең шәп, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостанда ирекмәндәр хәрәкәте киң йәйелдерелгән. Коронавирус пандемияһы мәлендә егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡаһарманыҡ күрһәтте, былтыр урман янғындарын һүндереүҙә әүҙем ҡатнашты. Украиналағы махсус операцияла ла йәштәр иң яҡшы сифаттарын күрһәтә”.
Осрашыу асыҡ диалог рәүешендә барҙы. Әңгәмә ахырында Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук Абхазия делегацияһын Өфөлә 12-14 сентябрҙә үтәсәк "Йәштәр йыйыны-2022" тематик форумына саҡырҙы. Абхазия Президенты Башҡортостандың актив йәштәре менән осрашыуына бик ҡәнәғәт булды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.