

“Башҡортостан” гәзитенең авторы, социаль селтәрҙәге төркөмдәшебеҙ, Әбйәлил еренең талантлы ҡыҙҙарының береһе Нәсимә ҒАЙСИНАның аш-һыу тураһындағы фәһемле фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ.
* Ҡунағыңды аш-һыуың менән дә, күркәм холҡоң менән дә һыйла.
* Әҙәпһеҙ күпме ашаһа ла туйҙым тимәҫ, әҙәпле аҙына ла туйыр.
* Хужабикәнең уңғаны аш-һыуын ҡулы менән дә, теле менән татлы итер.
* "Бисмилләһ" тип ҡапҡан ризығыңдан тамағың да туйыр, йөҙөң дә нурланыр.
* Самаһыҙ ашаһаң – сирләрһең, сама белһәң – сихәт алырһың.
* Ашап-эсеүҙән генә күңел туҡ булмай.
* Хөрмәт итеп һыйлағандың ризығын кәмләгәндең йөҙө йәмһеҙләнер.
* Аш янында алама хәбәр һөйләмә, тәме китер.
* Аш-һыуҙың тәмен сифаты баһалар.
* Ас ҡорһаҡ аш һорар, ни ашатһаң – шул ярар.
Сығанаҡ: vk.com/id216861939
Фото: bash.muzkult.ru