

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Абхазия Президенты Аслан Бжаний менән осрашты. Көн тәртибендә – халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре.
Башҡортостан Башлығы үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереүҙең юғары мөмкинлектәрен билдәләне.
– Абхазия делегацияһын Башҡортостанда ҡабул итеү беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Һеҙ беҙгә туғандаш халыҡ. Үҙ-ара ярҙам һәм дуҫлыҡ мөнәсәбәттәребеҙҙең нигеҙен тәшкил итә, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ, ауыл хужалығы һәм туризм өлкәһендә берлектәге эштең киң мөмкинлектәрен күрәбеҙ. Һеҙҙең сәфәр халыҡтарыбыҙ араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға этәргес бирер, тип ышанам.
Аслан Бжания төбәк етәкселегенә Абхазия халҡына булышлыҡ иткән өсөн рәхмәт әйтте.
– Беҙҙең өсөн ауыр ваҡытта Башҡортостан ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙы, – тине Аслан Бжания. – Һеҙҙең ярҙамды әле лә тоябыҙ. Йәштәребеҙ Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарында белем ала. Үҙ-ара хеҙмәттәшлектең башҡа йүнәлештәрен дә тикшерергә әҙербеҙ.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press