Йәмғиәт
13 Июль 2022, 11:00

Эшҡыуарҙарыбыҙ Сухумға барасаҡ

Башҡортостан менән Абхазия ниндәй тармаҡтар буйынса хеҙмәттәшлек итергә әҙер?

Эшҡыуарҙарыбыҙ Сухумға барасаҡЭшҡыуарҙарыбыҙ Сухумға барасаҡ
Эшҡыуарҙарыбыҙ Сухумға барасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикаға Абхазия делегацияһы килеүе тураһында яҙҙы.

“Өфөлә Президент Аслан Георгиевич Бжания етәкселегендәге Абхазия Республикаһы делегацияһын ҡабул итәбеҙ. Был сәфәр – беҙҙең өсөн оло мәртәбә, коллегаларыма республикабыҙға килгән өсөн рәхмәт.

Башҡортостан менән Абхазия араһында яҡшы бәйләнештәр барлыҡҡа килгән. Халыҡтарыбыҙ ауыр ваҡыттарҙа бер-береһенә ярҙам күрһәтте. Һәм был – мөнәсәбәттәрҙе артабан нығытыу өсөн ныҡлы нигеҙ. Һуңғы миҫалдарҙың береһе – табиптарыбыҙ күптән түгел Гудаут ковид-госпиталендә коллегаларына коронавирусҡа ҡаршы көрәшергә ярҙам итте.

Бөгөн беҙ төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә әҙербеҙ. Сауҙа әйләнешен үҫтереү йәһәтенән киң мөмкинлектәр күрәбеҙ. Башҡортостан цитрус, сәтләүек, балыҡ һәм диңгеҙ ризыҡтары импорты менән ҡыҙыҡһына. Республикабыҙ иһә Абхазияға сәнәғәт ҡорамалдары, биологик препараттар һәм ашламалар, машиналар эшләү предприятиелары продукцияһын – автобустар һәм ауыл хужалығы техникаһы, ярмалар, он, кондитер, ит һәм колбаса ризыҡтары ебәрергә әҙер.

Һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт, туризм, мәғариф өлкәһендә берлектә эште ойошторорға ниәтләйбеҙ. Аслан Георгиевич менән Башҡортостан балалары өсөн Абхазияла йәйге һауыҡтырыу ялын ойоштороу мөмкинлеге буйынса фекер алыштыҡ. Тиҙҙән Мәғариф министрлығы белгестәре ял итеү һәм балаларҙы урынлашыу алымдарын тикшерәсәк.

Беҙ муниципаль-ара хеҙмәттәшлекте лә үҫтерергә теләйбеҙ. Бынан тыш, Башҡортостан менән Абхазия араһында төҙөлгән килешеүҙәрҙе әүҙемләштереүҙе, үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү өсөн яңы документтарға ла ҡул ҡуйыуҙы планлаштырабыҙ.

Ә көҙ Сухумға бизнес-миссия әҙерләйбеҙ. Эшҡыуарҙарыбыҙға яңы баҙарҙар һәм яңы этәргестәр кәрәк”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/wall413272232_841923

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_841923

Эшҡыуарҙарыбыҙ Сухумға барасаҡ
Эшҡыуарҙарыбыҙ Сухумға барасаҡ
Эшҡыуарҙарыбыҙ Сухумға барасаҡ
Эшҡыуарҙарыбыҙ Сухумға барасаҡ
Эшҡыуарҙарыбыҙ Сухумға барасаҡ
Эшҡыуарҙарыбыҙ Сухумға барасаҡ
Эшҡыуарҙарыбыҙ Сухумға барасаҡ
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас