

2022 йылдың июне – “Лапша” фактчекинг платформаһының (https://lapsha.media/) тәүге эш айы. Ошо ваҡыт эсендә аналитиктар 222 уникаль фейкты асыҡлаған. Уларҙы кәмендә 980 миллион тапҡыр ҡарағандар.
Ялған мәғлүмәтте урынлаштырыу буйынса “Бәйләнештә” социаль селтәре (28 процент) һәм Telegram каналы (19 процент) алдынғылыҡты яулай.
“Һәр ерҙә таратылған фейктар – айырым кешенең генә үҙешмәкәрлек емеше түгел, уның менән махсус ойошторолған күп һанлы һөнәри структуралар шөғөлләнә. Был структураларҙың төп маҡсаты – илебеҙҙәге хәлде эстән тотороҡһоҙландырыу, – тигән фекерҙә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов. – Фейктар – оппоненттарыбыҙҙың яҡшы ойошторолған эше ул”.
Июндә ялған хәбәрҙәрҙең күпселеге (36 процент) хәрби операцияға бәйле булған. Икенсе урында – халыҡ-ара мөнәсәбәттәр (16,6 процент), өсөнсөлә – эске сәйәсәт (12,2 процент).
“Ялған мәғлүмәттәр дәлилдәрҙе боҙоп күрһәтеү, йәмәғәтселек аңын томалау өсөн кәрәк. Уларҙа иң мөһиме – факт йәки ваҡиға түгел, ә уны заказсы мәнфәғәтендә файҙаланыу. Күмәк аудитория таратылған хәбәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереп тормай, тип иҫәп тотола, – ти Руслан Шәрәфетдинов. – Контрпропагандаға еңел ҡарарға ярамай. Дәүләт һәм медиаберләшмә тарафынан күрелгән тәү сираттағы саралар тап ошоға йүнәлтелә. Тәү сиратта, был медиаресурстар беҙгә бәйләнгән фейктарҙы фашлауға, дөрөҫ факттарҙы һәм мәғлүмәтте аңлатыуға йүнәлтелгән.
Фото: "Башинформ".