

Социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм ауылдарҙы тәртипкә килтереүгә федераль аҡса йәлеп итеү өсөн бер нисә мөһим программа эшләүе хаҡында белдерҙе. Мәҫәлән, “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” тип аталғаны бар.
“Ҡалтасы районы Бабай ауылына балалар майҙансығы кәрәк ине. Урындағы хакимиәт һәм ауыл халҡы эште үҙ ҡулдарына алып, документтар әҙерләне. Уны төҙөүгә федераль, республика ҡаҙналарынан субсидия 1 миллион 760 мең һум булды. Хәҙер майҙансыҡта балаларҙың шат тауышы яңғырап тора.
Был программа буйынса Илеш районы Үрге Йәркәй һәм Тәтешле районы Түбәнге Балтас ауылдарында ла ике майҙансыҡҡа субсидия бүленде. Ейәнсура районы Күгәрсен ауылында, Ишембай районының Верхотор, Ҡолғана, Маҡар ауылдарында бөгөн дүрт спорт майҙансығы төҙөлә. Ауырғазының Иҫке Әбсәләм ауылында спорт һәм ял паркы төҙөкләндерелде.
Республикала программаның был йүнәлешенә яҡынса 14 миллион һум аҡса бүленде. Программа сиктәрендә ете йүнәлеш буйынса эшләйбеҙ. Шул иҫәптән 68 объект төҙөйбөҙ, уларға 2 миллиард 263 миллион һумдан ашыу сумма ҡаралған. Йыл аҙағына Әлшәй районы Раевка ауылында 375 урынға иҫәпләнгән мәктәп, Борай районы үҙәгендә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөп бөтөләсәк.
“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһын бойомға ашырыуға федераль бюджеттан бүленгән аҡса күләме буйынса Башҡортостан икенсе урында тора. Был халҡыбыҙға кәрәкле объекттар төҙөргә, халыҡтың көнкүрешен уңайлы итеүгә булышлыҡ ҡыла”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото Р. Хәбировтың сәхифәһенән.