

12 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә төбәктең Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәге сервистарын үҫтереү тикшерелде.
Учреждение директоры Наталья Куприянова хәбәр итеүенсә, 2018 - 2021 йылдарҙа күп функциялы үҙәк офистарында көтөү ваҡытын – 24-тән ике минутҡа тиклем кәметеүгә, ә килеүселәр өсөн сервистар һанын 40 процентҡа – 250-нән 350-гә тиклем арттырыуға өлгәшелгән. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү сифаты менән ҡәнәғәт булыу кимәле 99,7 процент тәшкил иткән.
– Офистар һәм тәҙрәләр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урында тора, – тине Наталья Куприянова. – Былтыр республиканан ике миллион кеше консультациялар менән файҙаланды.
Планда – аҡрынлап “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында шәхси кабинет аша күпселек хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә биреүгә күсеү. Был ғаризаларҙы тәүлек әйләнәһенә ҡабул итергә мөмкинлек аса.
Бынан тыш, киләсәктә муниципаль хеҙмәттәр экстерриториаль статус аласаҡ.
– Яңылыҡтың асылы шунда: киләһе аҙнанан республика халҡы теркәлгән урынына ҡарамайынса күп функциялы үҙәктең теләһә ҡайһы офисында муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә ғариза бирә ала, – тип аңлатты Наталья Куприянова.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп функциялы үҙәк коллективына яйға һалынған эш өсөн рәхмәт белдерҙе һәм муниципалитеттарға күп функциялы үҙәктең клиент офистарын яңыртыуҙа тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.