Йәмғиәт
13 Июль 2022, 15:00

Индира һәм Рөстәм Нәбиевтәр Казбекты яуланы!

Танылған блогер, альпинист, йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев ҡатынын нимәгә әҙерләй?

Индира һәм Рөстәм Нәбиевтәр Казбекты яуланы!Индира һәм Рөстәм Нәбиевтәр Казбекты яуланы!
Индира һәм Рөстәм Нәбиевтәр Казбекты яуланы!

Танылған блогер Рөстәм Нәбиев ҡатыны Индира менән оҙайлы походта, улар Грузиялағы Казбек тауы түбәһен яуланы. Бейеклеге – 5 034 метр. 

Рөстәм социаль селтәрҙәге дуҫтарын яңылыҡтары менән таныштырып бара. “Беҙҙең барыһы ла яҡшы. Казбек – беҙҙең иҫәптә! Икебеҙ ҙә уның түбәһенә менеп еттек, мин донъяла яңы рекорд ҡуйҙым. Беҙгә ышанған һәр кемгә рәхмәт!” - тип яҙҙы ул "Телеграм" каналында.

Индираның быға тиклем ундай бейеклеккә күтәрелгәне булмаған. Рөстәм уны Эвересты яуларға әҙерләүе хаҡында ла белдергән.

Фотолар Рөстәм Нәбиевтең шәхси архивынан. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас