Йәмғиәт
13 Июля 2022, 14:00

Әсә төрмәгә ултырырмы?

26 йәшлек ҡатын балаһын эш урынында тыуҙырып, сүплеккә ташлаған, тип хәбәр ителгәйне...

Әсә төрмәгә ултырырмы?Әсә төрмәгә ултырырмы?
Әсә төрмәгә ултырырмы?

Быйыл ҡыш Мәләүез районында булған был хәл бар республиканы тетрәндергәйне. Сүп-сар эшкәртеү заводында пакет эсендә үле бала кәүҙәһе табылды. Саҡ ҡына һуңғараҡ асыҡланыуынса, сабыйҙы Мәләүез ҡалаһында йәшәгән ҡатын тыуҙырған һәм ташлаған булып сыҡты.

Был 26 йәшлек ҡатын балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән. Сираттағы тапҡыр ауырға ҡалғас, ул быны бөтәһенән дә йәшергән. Йөклө икәнлеген эш урынында ла белмәгәндәр. Һөҙөмтәлә, ваҡыты еткәс, ул балаһын эш урынында, ҡошсолоҡ  фермаһында, бер кем дә булмаған саҡта тапҡан һәм сабыйҙы пакетҡа һалып алыҫ булмаған сүп-сар контейнерына ташлаған.

Үле баланы табалар һәм күп тә үтмәй уның әсәһен асыҡлайҙар. Уға ҡарата тәфтиш комитеты менән прокуратура енәйәт эше ҡуҙғата, ҡатын баланың үле тыуыуы, шул сәбәпле ташлауы тураһында әйтә. Ни бары суд-медицина экспертизаһы ғына бының ысынмы-түгелме икәнлеген асыҡларға тейеш була.

Ошо көндәрҙә был экспертизаның һөҙөмтәһе асыҡланды. Баҡһаң, ҡатын дөрөҫөн әйткән, бала ысынлап та үле килеш тыуған. Тимәк, ул енәйәт яуаплылығына тарттырылмаясаҡ, тиелә "Моя Уфа" порталында. 

Фото: "Моя Уфа" порталы.

 

Әсә төрмәгә ултырырмы?
Әсә төрмәгә ултырырмы?
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас