Йәмғиәт
14 Июль 2022, 10:30

“Аңлатабыҙ. Башҡортостан ярҙамсыһы” эш башланы

Яңы чат-ботта вакансиялар, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар һәм башҡалар тураһында көнүҙәк мәғлүмәттәр бар. 

“Аңлатабыҙ. Башҡортостан ярҙамсыһы” эш башланы“Аңлатабыҙ. Башҡортостан ярҙамсыһы” эш башланы
“Аңлатабыҙ. Башҡортостан ярҙамсыһы” эш башланы

“Аңлатабыҙ. Башҡортостан” ресурсы социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә яңы яҙма менән уртаҡлашты.

“Хаҡтарға нимә булған? Эш бармы? Бизнесты нисек һаҡлап ҡалырға? Һорауҙар күп, әммә барлыҡ яуаптар бирелгән тағы ла бер ресурс булһа икән. Шундай һүҙҙәр ҙә йыш ишетелә: ҡулаҡсаны “сисергәме”, аҡсаның ҡиммәте төшмәҫме? Башҡортостанда күп көнүҙәк һорауҙарға яуаптарҙы үҙ эсенә алған берҙәм чат-бот эшләй башланы.

Ул “Аңлатабыҙ. Башҡортостан ярҙамсыһы” тип атала.

Яңы чат-ботта аныҡ һәм, иң мөһиме, республикалағы ярҙам саралары, вакансияларға бәйле хәл-торош, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар һәм башҡалар тураһында көнүҙәк мәғлүмәт бар.

Ул нисек эшләй? Чат-ботҡа керәһегеҙ, рубриканы табаһығыҙ, яуапты уҡыйһығыҙ. Әгәр һеҙҙең һорау юҡ икән, “Башҡа һорау” тигән өҫтәмә төймәне табып, социаль селтәрҙә “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” һылтанмаһы буйынса үтергә һәм шунда һорау бирергә кәрәк.

“Беҙҙең өсөн һәр кемдең тиҙ арала һәм, бер нисә төймәгә баҫып, еңел генә дөрөҫ, тикшерелгән мәғлүмәт алыуы мөһим”, - тип яңы хеҙмәттең мөһимлеген аңлата Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль коммуникациялар буйынса начальнигы урынбаҫары Дмитрий Черенков.

“Аңлатабыҙ. Башҡортостан ярҙамсыһы” чат-ботының һылтанмаһы: https://t.me/WeexplainRB_Bot

Һылтанма буйынса үттегеҙме? Үҙегеҙҙең һорауығыҙҙы биреп ҡаранығыҙмы?

Файҙалымы? Аңлатмалар яҙығыҙ”.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/anlatabiz102

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас