

“Башҡортостан” республика гәзите хеҙмәткәрҙәре Көйөргәҙе районында командировкала саҡта урындағы хакимиәт башлығы Юлай Ильясов менән осрашты.
– Быйыл яуым-төшөмдөң етерлек булыуы шатландыра, – тине Юлай Талха улы. – Яландарҙа күпереп үҫкән үләнгә ҡарап күҙ һөйөнә. Тимәк, һыйыр малдарына ҡышҡылыҡҡа бесәнде мул итеп әҙерләйәсәкбеҙ. Ғөмүмән, районда агросәнәғәт комплексы үҫеш юлында.
Юлай Ильясов әйтеүенсә, ауыл уңғандары тырышып донъя көтә, кәйефтәре күтәренке, яҡты киләсәккә өмөттәре ҙур. Район үҙәге Ермолаевканы һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү дауам итеүе лә халыҡтың тормош-көнкүрешенә ыңғай йоғонто яһай.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.