Йәмғиәт
14 Июль 2022, 09:00

"Хәйерле юл, туғандар!"

Донбассҡа Башҡортостандан икенсе башҡорт батальоны юлланды.

"Хәйерле юл, туғандар!""Хәйерле юл, туғандар!"
"Хәйерле юл, туғандар!"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Донбассҡа юлланған икенсе башҡорт батальоны тураһында яҙҙы. 

"Бөгөн беҙ Донбассҡа икенсе башҡорт батальонын оҙатабыҙ. Ул Рәсәй Геройы, гвардия майоры Александр Доставаловтың исемен йөрөтә. Оло шәхестең батырлыҡтары хаҡында иҫтәлек яугирҙәребеҙҙе берләштерер тип ышанам.

Беҙҙең Шайморатов исемендәге беренсе батальон хәрби әҙерлек башланы. Шулай итеп, 800-ҙән ашыу ирекмән, Башҡортостан улдары, ҡулдарына ҡорал тотоп, илебеҙҙе һәм туғандаш Донбассты яҡларға юллана. Бөтәһе лә Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт иткән, һәм хәҙер уларҙың тәжрибәһе бик кәрәк.

Алдығыҙҙа баш эйәм, туғандар, хәйерле юл! Республика Башлығы булараҡ, үҙем һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һәммәһе лә һеҙгә ярҙам итәсәк, тип ныҡлы вәғәҙә бирәм. Иңебеҙҙе ҡуясаҡбыҙ, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итәсәкбеҙ. Ғаиләләрегеҙгә лә мотлаҡ ярҙам күрһәтербеҙ.

Һуғыш бурысын үтәп, иҫән-һау ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ. Байраҡтарығыҙға “Еңеү” һүҙе яҙылһын", - тип яҙҙы Радий Хәбиров. 

Фото: Р. Хәбировтың "Бәйләнештә"ге төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас