

“Теләктәр йәйе” мәрхәмәтлек акцияһына ярашлы, Луганск, Донецк халыҡ республикаларынан Өфөгә мәжбүри күсеп килгән ғаиләләр араһынан сираттағы бер баланың хыялы тормошҡа ашты.
Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе Анна Казак 16 йәшлек Леонид Руденкоға бүләк эшләне. Үҫмер күптән хыялланған музыка ҡоралын алды – Barcelona классик гитарaһын.
"Музыка менән бала саҡтан, биш йәштән, шөғөлләнәм. Минең гитара бар ине, әммә беҙ Харьковтан киткәндә үҙебеҙ менән бары кәрәкле әйберҙәрҙе генә алдыҡ, һәм дүрт ай күнекмәләрҙе дауам итеү мөмкинлеге булманы, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Леонид.
Үҫмер әйтеүенсә, әле уның алдында медицина менән ижад һөнәрҙәре араһында ауыр һайлау тора. Анна Казак билдәләүенсә, икеһен дә бергә үҙләштерергә мөмкин.
– Табип – ул да ижади һөнәр, музыкаға оҡшаш. Ҡулдың һәм күңелдең ижады ике осраҡта ла кешегә ҡарата ҡулланыла. Сәнғәт менән шөғөлләнеү баш мейеһенең төрлө яҡлап үҫешен тәьмин итә. Ҡыллы ҡоралдарҙа уйнау, йырлау балаларға яңы мәғлүмәтте үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә. Шуға ла балаларҙың хыялын тормошҡа ашырғанда беҙ һүрәт төшөргән, музыка менән шөғөлләнгән үҫмерҙәрҙе һайлайбыҙ, – тине Анна Казак.
Билдәле булыуынса, “Теләктәр йәйе” акцияһы “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында ойошторола. Балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыуҙа республиканың башҡарма власть органдары, депутаттар корпусы, ойошмалар, хәйриә фондтары, шулай уҡ республиканың битараф булмаған кешеләре булышлыҡ ҡыла.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сайты.